

Өфө ҡалаһының, Әбйәлил, Ейәнсура, Ишембай, Илеш, Стәрлебаш, Өфө һәм Федоровка райондарының һигеҙ мәктәбе республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған 10 заманса «ВЕКТОР NEXT» автобустарына эйә булды.
25 урынға иҫәпләнгән автобустар балаларҙы йөрөтөү буйынса талаптарға яуап бирә, хәүефһеҙлек ҡайыштары, тахографтар, спутник навигацияһы менән йыһазландырылған.
– Республикала, уҡыу йылы башланыр алдынан, мәктәптәргә яңы автобустар тапшырыу яҡшы йолаға әүерелде. Быйыл федераль средстволар иҫәбенә тағы 59 автобус көтәбеҙ. Һәм беҙ Рәсәй Мәғариф министрлығына һәм шәхсән министр Сергей Сергеевич Кравцовҡа мәктәп автопаркын яңыртыу эшенең даими алып барылыуы өсөн рәхмәтлебеҙ. Сөнки балалар уҡырға яҡшы, уңайлы, заманса шарттарҙа йөрөргә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Водителдәргә ҙур рәхмәт. Һеҙ ҙур, яуаплы хеҙмәт башҡараһығыҙ, һәм беҙ уны бик хөрмәт итәбеҙ. Мәктәптәргә тиклем юлдар яҡшы һәм хәүефһеҙ булһын!
Башҡортостанда барлығы 2 805 тораҡ пунктта урынлашҡан 876 мәктәптең 56 532 уҡыусыһын белем усаҡтарына тиклем 1 567 мәктәп автобусы йөрөтә. Уҙған йылда ғына республика муниципалитеттары федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә 207 яңы автобусҡа эйә булған.
https://glavarb.ru/ba/news/event/-respublika-mktptren-uyusylary-yrt-sn-yay-avtobustar-tapshyryldy/