

Райондың социаль-иҡтисади үҫешенә күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте менән ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, философия фәндәре кандидаты, отставкалағы эске хеҙмәт полковнигы Радиф Ғәбделхаҡов һәм Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, агросәнәғәт комплексы ветераны Дамир Фәйрушин «Балтас районының Почётлы гражданины» исеменә лайыҡ булды (һүрәтә).
Юғары исем яҡташтарыбыҙҙың күп йыллыҡ хеҙмәтенә һәм район үҫешенә индергән өлөшөнә бирелгән баһа булды.
Беҙ яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, уларға, иң мөһиме, һаулыҡ теләйбеҙ, беҙҙе лә, үҙегеҙҙе лә данлап, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һеҙгә!
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.