+24 °С
Дождь


Иртәгә, 22 августа, Башҡортостанда һауа шарттарының насарланыуы фаразлана. Был тураҡта БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр иттеләр.
Республика биләмәһендә йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе көтөлә. Уның тиҙлеге секундына 16 метрға тиклем етеүе мөмкин.Бынан тыш, урыны менән төндә һәм иртән юлдарҙа томан төшөүе фаразлана. Күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк буласаҡ.