

Төҙөүселәр ҡыйыҡты, фасадты, тәҙрәләрҙе, инеү урынын, бүлмәләрҙе, йылытыу, елләтеү һәм һыу менән тәьмин итеү системаларын яңыртҡан. Шулай уҡ электр сымын алмаштырғандар, янғын һәм һаҡ сигнализациялары ҡуйғандар, видеокүҙәтеү камераларын монтажлағандар, эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндергәндәр. Бынан тыш, мәктәп заманса мебель һәм уҡыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Матди-техник базаны яңыртыуға барлығы 115,6 миллион һум йүнәлткәндәр.
Учреждение директоры Ришат Мөхәмәҙиев хәбәр итеүенсә, 1993 йылда төҙөлгән уҡыу йортонда 860 бала шөғөлләнә. 8-9 кластарҙа медицина, педагогия һәм инженерлыҡ йүнәлештәре буйынса һөнәргә тиклем уҡытыу ойошторолған, өлкән класс уҡыусылары өсөн технологик класс асҡандар. Уҡыусылар иҫәбендә – Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этаптарында 21 еңеү һәм призлы урын. «Башҡортостан сода компанияһы» конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә грант ярҙамында химия кабинеты өсөн яңы ҡорамалдар һатып алғандар һәм йәштәр башланғыстары үҙәген тәртипкә килтергәндәр.
Радий Хәбиров уҡытыусылар бүлмәһен, тамаша залын, яңыртылған уҡыу кабинеттарын ҡараны. Уларҙың икәүһендә өлкән класс уҡыусылары интенсив үтә һәм сентябрҙә старт аласаҡ физика, химия буйынса олимпиадаларға әҙерләнә. Төбәк етәксеһе уларға уңыштар теләне, шулай уҡ Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Уҡыусылар мәктәптең ремонттан һуң заманса белем усағына әйләнеүе һәм уҡыу йылы башланыуын түҙемһеҙлек менән көтөүҙәре хаҡында белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы хәүефһеҙлек мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлде һәм һаҡланыу сараларын юғары кимәлдә ойошторорға ҡушты. Билдәләп үтергә кәрәк: мәктәптә контроль-үткәреү режимы эшләй, видеокүҙәтеү камералары, металл детекторҙары ҡуйылған.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ ашханала, ҙур һәм бәләкәй спорт залдарында булды. Көрәш буйынса тренер менән аралашҡанда Радий Хәбиров педагогтар өсөн грант конкурстары хаҡында һөйләне. Аҙыҡ-түлек блогы хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмәлә иһә республика Башлығы үҫеп килеүсе быуынды үҫтереү өсөн сифатлы мәктәп туҡланыуының мөһим роль уйнауын билдәләне.
Радий Хәбиров илдең Мәғариф министрлығына республикаға күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе һәм мәғариф учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса федераль программаның мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
– Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов – бик эшлекле етәксе, республикабыҙға һәр ваҡыт аңлап ҡарай. Нимә һорайбыҙ, һәр ваҡыт барыһын да алабыҙ. Был капиталь ремонтҡа, яңы мәктәптәр төҙөүгә етди финанслау, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – Беҙҙең бурыс – 1 сентябргә муниципалитеттарҙа планлаштырылған бөтә эштәрҙе тамамлау.
https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostan-bashlyy-ishembaya-federal-programma-buyynsa-yayrtylan-19-sy-mktpt-buldy/