

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәктәп автобустарының техник торошо тикшерелде. Прокуратура, мәғариф бүлеге вәкилдәре һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡариҙел районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре транспорт сараларын ентекләп ҡараны. Улар автобустарҙың техник төҙөклөгөн тикшерҙе, шулай уҡ ГЛОНАСС, төҫлө сигнализация, ашығыс ишектәр асылыу төймәһе, тахографтар һәм водитель картаһы, хәүефһеҙлек ҡайыштарының дөрөҫ эшләүен һәм башҡа параметрҙарҙы ҡараны.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү саралары ла иғтибарһыҙ ҡалмай: булған янғын һүндереү сараларының төҙөклөгө һәм һәр аптечкала беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле медикаменттарҙың булыуы тикшерелә.
Был сара белем биреү учреждениеларына йөрөү маршруттарында хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу маҡсатында ойошторолдо. Инспекторҙар водителдәр менән әңгәмәләр ҙә үткәрҙе, балаларҙы йөрөтөү ни тиклем яуаплы эш булыуын аңлатты.
Наилә Имаева әҙерләне.
Сығанаҡ: https://vk.ru/wall519141188_16451