Йәнтөйәк
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
20 Августа , 06:35

Урмияҙ ауылында биш манаралы мәсет асылды

Районыбыҙ йылъяҙмаһындатағы ла бер мөһим тарихи ваҡиға булып уйылып ҡаласаҡ сара тотош халыҡ байрамына әйләнде. Тантанаға абруйлы ҡунаҡтар ҙа килде. Урмияҙҙар ҡунаҡтаҙы тәмле сәк-сәк менән һыйлап, мөнәжәт әйтеп  ҡаршы алды.

Урмияҙ ауылында биш манаралы мәсет асылдыУрмияҙ ауылында биш манаралы мәсет асылды
Урмияҙ ауылында биш манаралы мәсет асылды

Иман йорто асылыу тантанаһына  район хакимиәте башлығы Динис  Йосопов, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты  ярҙамсыһы Кашшаф Ямалетдиновтың ярҙамсыһы Вадим Ғәлләмов, Асҡын, Балтас, Борай, Мишкә районнары  имам-ахуны  Зөфәр хәҙрәт  Ғиндуллин, Асҡын районы имам-мөхтәсибе Рөстәм хәҙрәт Ғәйзуллин, Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин, район Советы секретары Рима Нәбиуллина,  күрше-тирә райондар һәм районыбыҙ ауылдарынан дин әһелдәре һәм урындағы халыҡ килде.

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашып: «Бөгөн Урмияҙҙа   тарихи ваҡиға  —  был  бәрәкәтле  ерҙә тағы бер иман йорто ҡалҡып сыҡты. Урмияҙ —  уңғандар һәм тырыш халыҡ төбәк иткән ауыл. Мәсеттең күмәк көс менән төҙөлөүе быға асыҡ дәлил —  ауыл халҡы, эшҡыуарҙар, яҡташыбыҙ Радик Мәғзүмйәновтың  ярҙамында барлыҡҡа килде ул. Был мәсет тә ауылға, районыбыҙға йәм һәм бәрәкәт өҫтәп, яҡты иман нуры сәсеп торор,  тәрбиәүи эштәр алып барыусы усаҡ булып, уның ишектәре һәр саҡ асыҡ булыр, тип ышанам. Яңы мәсеттең нигеҙе ҡотло булһын!» – тине һәм мәсет төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Урмияҙ  халҡын ихлас тәбри­кләп: «Ауылығыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты һәм ул тирә-яҡҡа нур сәсеп, балҡып торһон. Үҙебеҙҙең артыбыҙҙан да иманлы кешеләрҙе, балаларҙы йәлеп итер­гә яҙһын. Изге ғәмәлдәр ҡылырға насип итһен. Иман, аҙан тауышта­ры яңғырап торо, тип ышанабыҙ. Мәсетте төҙөүселәр Аллаһтың рәхмәтендә булһын», – тине һәм вәғәз менән сығыш яһаны. Артабан Тәлғәт Сафа улы мәсет төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға, ҙур ярҙам күрһәткәндәргә Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә Ғаяз  хәҙрәтте һәм Радик Мәғзүмйәновты баш мөфтөй "Иман һәм намыҫ" ордены менән наградланы.

— Ниһайәт, изге эш аҙағына етте, ауылы­быҙҙы йәмләп, мәсет асылды. Уның ишектәре дини бай­рамдар, йома көндәрен­дә генә түгел, һәр көн асыҡ булһын. Олоһо ла, йәштәре лә дин юлы­на тартылһын, күңел­дәренә тыныслыҡ, килеп сыҡҡан һорауҙарына яуап алһын. Ошо изге урында ислам дини йо­лаларын тергеҙеп, бөтә мөһим байрамдарҙы уҙғарайыҡ. Барлыҡ ярҙам итеүселәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Был изге йорт бик кәрәк. Балаларыбыҙ иман йор­тона аяҡ баҫыр, өйлә­нешкән парҙарға ни­кахтар уҡырбыҙ, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушырбыҙ, – тине мәсеттең имам-хатибы Ғаяз хәҙрәт Хәлимов һәм иман йортон төҙөүгә ҙур өлөш индергәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин һәм мәсет төҙөтөү эшенең башынан аҙағынаса ҙур ярҙам күрһәтеүсе төп бағыусы Радик Мәғзүмйәнов та изге теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Илшат Үзбәк улы иман йортон төҙөүҙә һәм ошо тантаналы сараны әҙерләп үткәреүҙә  ярҙам итеүселәргә Рәхмәт хаттарын да тапшырҙы.

Изге теләктәрҙән һуң, барса халыҡ иман йор­тона үтеп, вәғәздәр тыңланы, намаҙ уҡыны.

Яңы мәсет тыныслыҡ, изгелек һәм халыҡты берләштереп торған урын булһын!

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас