Йәнтөйәк
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
20 Августа , 05:30

Башҡортостан археологтары урта быуат ҡоралдарын һәм биҙәүестәрен тапты

Бөрө тупраҡ ҡәберлегендә Башҡортостан Милли музейы экспедицияһы тарафынан археологик ҡаҙыныу эштәре алып барыла.

Башҡортостан археологтары урта быуат ҡоралдарын һәм биҙәүестәрен таптыБашҡортостан археологтары урта быуат ҡоралдарын һәм биҙәүестәрен тапты
Башҡортостан археологтары урта быуат ҡоралдарын һәм биҙәүестәрен тапты

III–VIII быуаттарға ҡараған ҡомартҡыларҙы тикшереү Урал тарихын тәрәндән өйрәнеүгә ярҙам итә. Был юлы археологтар 25-тән ашыу ерләүҙе өйрәнеп, һирәк артефакттар тапты. Улар араһында ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, быяла мәрйендәр, аҫылмалар, ҡаптырмалар, керамика, шулай уҡ быға тиклем осрамаған бысаҡ, ҡылыс, ҡама кеүек ҡоралдар бар. Бынан тыш ғалимдар балалар ҡәберлеген һәм бөтөн булмаған ерләүҙәрҙе асыҡланы. Хәҙер белгестәр һөйәк ҡалдыҡтарын өйрәнеп, уларҙың енесен, йәшен билдәләйәсәк һәм ДНК тикшеренеүҙәре үткәрәсәк. Экспедиция етәксеһе Рида Руслан ҡыҙы билдәләүенсә, Бөрө ҡәберлеге урта быуатҡа ҡараған Көнсығыш Европа халыҡтарының тарихын өйрәнеү өсөн мөһим ҡомартҡыларҙың береһе һанала. Әйтергә кәрәк, Бөрөлә археологик тикшеренеү эштәре 2017 йылдан алып барыла.

Ғәлиә Ғәниева.

https://museumrb.ru/novosti/arheologicheskaja-jekspedicija-nacionalnogo-muzeja-respubliki-bashkortostan-zavershila-raskopki-obnaruzheny-redkie-predmety-vooruzhenija-i-ukrashenija/?ysclid=mt134k2v5x668515994

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас