Йәнтөйәк
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
20 Августа , 05:35

Бөрө делегацияһы халыҡ-ара форумда ҡатнашты

Бөрө делегацияһы Мәскәү өлкәһендә уҙған «Союз дәүләттәре буйлап сәйәхәт итергә ваҡыт» халыҡ-ара форумында ҡатнашты.

Бөрө делегацияһы халыҡ-ара форумда ҡатнаштыБөрө делегацияһы халыҡ-ара форумда ҡатнашты
Бөрө делегацияһы халыҡ-ара форумда ҡатнашты

Масштаблы сара «Патефонка» арт-кварталы майҙанында Рәсәйҙең һәм Белоруссияның туризм өлкәһендә эшләгән 360-тан ашыу вәкилен берләштерҙе.

Өс көн дауамында ҡатнашыусылар эске һәм ситкә сығыу туризмын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, тәжрибәләр менән уртаҡлашты һәм яңы бәйләнештәр булдырҙы.

Бөрө делегацияһы күргәҙмә сиктәрендә киләһе йылдан уҙғарыуҙы планлаштырған «Өйәҙ ҡалаһы» премияһы концепцияһын тәҡдим итте.

Проект Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең өйәҙ ҡала статусы менән бәйле уртаҡ тарихи мираҫҡа эйә булған бәләкәй һәм урта ҡалаларын берләштереүҙе күҙ уңында тота.

Ғәлиә Ғәниева.

Сығанаҡ: https://vk.ru/wall-150065392_59961

Бөрө делегацияһы халыҡ-ара форумда ҡатнашты
Бөрө делегацияһы халыҡ-ара форумда ҡатнашты
Бөрө делегацияһы халыҡ-ара форумда ҡатнашты
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас