Йәнтөйәк
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
19 Августа , 04:00

Йыл башынан 230-ҙан ашыу күп балалы ата-әсә эшкә урынлаштырылған

Эш эҙләүҙә туранан-тура ярҙам итеүҙән тыш, “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге профессиональ маршрут төҙөүҙә әүҙем булышлыҡ итә. 

Йыл башынан 230-ҙан ашыу күп балалы ата-әсә эшкә урынлаштырылғанЙыл башынан 230-ҙан ашыу күп балалы ата-әсә эшкә урынлаштырылған
Йыл башынан 230-ҙан ашыу күп балалы ата-әсә эшкә урынлаштырылған

2026 йыл башынан Башҡортостандың “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәренә 500 күп балалы ата-әсә эшкә урынлашыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Карьера консультанттарының системалы эше арҡаһында мөрәжәғәт итеүселәр иҫәбенән 230-ҙан ашыу кеше эшкә урынлаштырылған, шулай итеп, был категория граждандарының мәшғүллек кимәле 47,8 процентҡа еткән. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) сиктәрендә алып барыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Күп балалы ата-әсәләрҙе эшкә урынлаштырыу өсөн иң кәрәкле өлкәләр булып күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу сауҙаһы тора, унда 48 кеше (эшкә урынлаштырылғандарҙың 20 проценты), 24 кеше (10 процент) күрһәткесе менән белем биреү һәм эшкәртеү производстволары тора, уларҙа 19 кеше (8 процент) эшкә урынлаштырылған.

Эш эҙләүҙә туранан-тура ярҙам итеүҙән тыш, “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге профессиональ маршрут төҙөүҙә әүҙем булышлыҡ итә: белгестәр һөнәри йүнәлеш буйынса 555 кеше, ә һөнәри белем биреү программаларына 55 кеше ебәрелә. Эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген үҫтереү тренды айырым иғтибарға лайыҡ: 66 күп балалы ата-әсә үҙ эшен асыу өсөн мәшғүллек хеҙмәте ярҙамы менән файҙалана.

“Яңғыҙ һәм күп балалы ата-әсәләр, уллыҡҡа алыусылар, бәлиғ булмаған балалар, шул иҫәптән инвалид балалар тәрбиәләүсе опекундар (попечителдәр) категорияһына ҡараған граждандарҙы эшкә алған эш биреүселәр өсөн өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары ғәмәлдә: уларға хеҙмәткәрҙең эш хаҡына сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана. Бындай сара ошо категория граждандарын хеҙмәт баҙарына әүҙемерәк йәлеп итергә һәм улар өсөн тотороҡло эш урындары булдырырға ярҙам итә”, — тип билдәләне “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге директоры Ридан Әхиәмов.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас