Йәнтөйәк
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
19 Августа , 10:05

Асҡын ауылында "Нур" мәсете асылды

Иман йортонда аҙан тауыштары һәр ваҡыт яңғырап торһон, намаҙ уҡыусылар артһын, дини байрамдар үтһен, ғилем алыусылар булһын - мәсет буш тормаһын. Бөгөн яңғыраған барлыҡ изге теләктәр тормошҡа ашыр һәм манара башына ҡуйылған ярым ай тик шатлыҡлы ваҡиғалар шаһиты булыр, тип ышанабыҙ. Амин!

Асҡын ауылында "Нур" мәсете асылдыАсҡын ауылында "Нур" мәсете асылды
Асҡын ауылында "Нур" мәсете асылды

2023 йылдың 24 июнендә  Асҡын  ауылында буласаҡ мәсеткә нигеҙ һалынып, эш башланғаны тураһында хәбәр иткәйнек.  Был сауаплы эшкә ауыл халҡы дәррәү тотондо. Һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тырыша кемдер ҡул көсө менән терәк булһа, кемдер аҡсалата ярҙам итә, кемдер фәһемле кәңәштәрен бирә. Ниһайәт, Аллаһҡа шөкөр, был изге эш атҡарылып сыҡты һәм бөгөн, 19 августа,  ауылда “Нур”мәсет асылды.

Иман йорто асылыу тантанаһына  район хакимиәте башлығы Динис  Йосопов, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй, шәйех-әл-ислам Тәлғәт Тажетдин, Асҡын, Балтас, Борай, Мишкә районнары  имам-ахуны  Зөфәр хәҙрәт  Ғиндуллин, Асҡын районы имам-мөхтәсибе Рөстәм хәҙрәт Ғәйзуллин, Асҡын ауылының Изге Никольск сиркәүе руханийы, иерей Евгений Кухарчук,  БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты  ярҙамсыһы Кашшаф Ямалетдиновтың ярҙамсыһы Вадим Ғәлләмов, күрше-тирә райондар һәм районыбыҙ ауылдарынан дин әһелдәре һәм урындағы халыҡ килде.

Йола буйынса, мәсет асыу тантанаһы изге Ҡөрьәндән аяттар уҡыу менән башланды. Ҡөрьән уҡыу хоҡуғы Асҡын үҙәк мәсетенең йәш шәкерте Сөләймәнгә бирелде. Илебеҙ именлеге, халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге өсөн  бергәләп ҡылынған доға йөрәктәребеҙгә иман нуры өҫтәне.

 Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы   сараға йыйылыусыларҙы ошо иҫтәлекле һәм шатлыҡлы көн менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

-  Районыбыҙҙа быйыл дүрт мәсет төҙөлдө. Яңы Ҡара һәм Баҙансат ауылдарында иман йорттары үҙ ишектәрен асты, бөгөн Асҡында һәм Урмияҙ ауылында  асабыҙ. Был бик ҡыуаныслы күренеш, сөнки иман йорто төҙөү инициативаһын халыҡ үҙе күтәреп сығып, бар эште бергәләп  үҙе башҡара. Теләк шул: ошо изге йорттоң ишектәре байрам һәм йома көндәрендә генә түгел, һәр көн асыҡ булһын, олоһо ла, йәштәр ҙә дин юлына тартылһын, күңелдәренә тыныслыҡ, килеп тыуған һорауҙарға яуап алһын, сөнки мәсет - Аллаһы Тәғәлә менән аралашыу йорто, — тине Динис Рәдис улы үҙ сығышында һәм мәсетте төҙөүҙә  ҙур өлөш индереүселәргә  район хакимиәтенең  Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Артабан һүҙ районыбыҙ ҡунағы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй шәйхел-әл-ислам Тәлғәт Сафа улы  Тажетдиновҡа бирелде.

— Бөгөн беҙҙең йөрәктәребеҙ шатлыҡҡа тулы. Ошо мөбәрәк көндә Асҡын ауылында яңы мәсет үҙ ишектәрен аса. Был — тик бер генә бина асылыуы түгел, ә иман, рухиәт һәм белем усағының тормошҡа килеүе. Был мәсеттең төҙөлөүенә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә — меценаттарға, төҙөүселәргә, дин ҡәрҙәшәргә һәм башланғыс күтәреүселәргә ҙур рәхмәт. Һеҙҙең изге ниәтегеҙ, хеҙмәтегеҙ Аллаһ ҡаршыһында бик ҡиммәтле, — тине Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин. — Бөгөнгө тантана тағы бер тапҡыр халыҡтар араһындағы мәҙәни һәм рухи бәйләнештәрҙең мөһим булыуын билдәләй, шулай уҡ беҙҙең халыҡтарҙың традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлай һәм нығыта.

Артабан Тәлғәт Сафа улы мәсет төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға, ҙур ярҙам күрһәткәндәргә Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә Вәлинур хәҙрәтте баш мөфтөй "Иман һәм намыҫ" ордены менән наградланы.

Асҡын районы имам-мөхтәсибе Рөстәм хәҙрәт Ғәйзуллин, Асҡын, Балтас, Борай, Мишкә райондары  имам-ахуны  Зөфәр хәҙрәт Ғиндуллин, яңы “Нур” мәсетенең имам-хатибы Вәлинур хәҙрәт Хөрмәтуллин  да изге теләктәрен белдереп,  иман йортон төҙөүҙә ҙур ярҙам күһәтеүселәргә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

"Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек, илебеҙгә тыныслыҡ һәм муллыҡ теләйбеҙ. Мәсетебеҙ асылһын! Аллаһы Тәғәлә ҡабул итһен!" — тине улар.

Мәсет асыу хоҡуғы  Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улына, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө  Тәлғәт Сафа улына, «Нур» мәсетенең имам-хатибы Валинур хәҙрәткә тапшырылды.

Бөгөнгө тантананың  иң матур мәленә етте — мәсетебеҙ асылды. Ошо изге көндә беҙ бергә булып, бергә доға ҡылып, бергә шатланыу ҙур бәхет ул. Илебеҙгә тыныслыҡ, йорттарыбыҙға  именлек, ғаиләләребеҙгә  бәрәкәт теләп, яңы мәсеткә саҡырҙылар. Ҡунаҡтар мәсеттең архитектураһы һәм уның эске биҙәлеше менән танышты, уның урындағы мосолмандарҙың рухи тормошо өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

Сараға йыйылыусылар үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе, изге йортҡа алып килгән бүләктәрен тапшырҙы һәм хәйер саҙаҡаһы һалды. “Ҡылған эштәрегеҙ, ниәттәрегеҙ өсөн Хоҙай Тәғәлә үҙегеҙгә икеләтә ҡайтарһын. Йыраҡтан балҡып торған мәсет манараһы иманға, әхлаҡҡа, яҡты киләсәккә маяҡ булып торһон. Һәр көндө ауыл өҫтөндә аҙан тауыштары ишетелһә, күктән ҡояш яҡты нурҙарын һибеп кешеләргә өләшкән кеүек булыр. “Ауылыбыҙҙың мәсетенән аҙан тауышы яңғырағанда, аҡҡан шишмәләр ҙә туҡтап тороп, аҙан тауыштарынан үҙенә илаһи көс туплап, үҙ ағыштарын көсәйткән”, - тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит. Иман йорто менән бер рәттән, битарафлыҡҡа сумған күңелдәребеҙ ҙә Аллаға тәүәкәлләп , иманға асылһа ине”, — тине улар.

Мәсетте асыу ауыл тормошонда ҙур ваҡиға булды. Ауыл халҡының хыялы тормошҡа ашты – Асҡын ауылында икенсе мәсет асылды.  Аҙан тауыштары һәр ваҡыт яңғырап торһон, намаҙ уҡыусылар артһын, дини байрамдар үтһен, ғилем алыусылар булһын - мәсет буш тормаһын киләсәктә. Амин! Был көндө яңғыраған барлыҡ изге теләктәр тормошҡа ашыр һәм манара башына ҡуйылған ярты айҙар тик шатлыҡлы ваҡиғалар шаһиты булыр тип ышанабыҙ. Амин!

Наилә Имаева.

Асҡын ауылында "Нур" мәсете асылды
Асҡын ауылында "Нур" мәсете асылды
Асҡын ауылында "Нур" мәсете асылды
Асҡын ауылында "Нур" мәсете асылды
Асҡын ауылында "Нур" мәсете асылды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас