Йәнтөйәк
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
19 Августа , 11:45

Ағиҙелдә йәмәғәт киңлектәре арта

Ҡала халҡына ял итеү мөмкинлектәре киңәйә.

Ағиҙелдә йәмәғәт киңлектәре артаАғиҙелдә йәмәғәт киңлектәре арта
Ағиҙелдә йәмәғәт киңлектәре арта

19 августа Ағиҙел ҡалаһына эш сәфәре мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙәк ҡала паркында булды. Парк уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә төҙөкләндерелде һәм 2022 йылдың авгусында тантаналы рәүештә асылды.

“Ағиҙел тулҡындары” проекты 2020 йылда конкурс еңеүсеһе булды. Уны тормошҡа ашырғанда 1-се мәктәп эргәһендәге ташландыҡ футбол майҙансығы, шулай уҡ Төҙөүселәр урамындағы элекке балалар баҡсаһы бинаһы, фонтан эргәһендәге  урында йәмәғәт биләмәһе булдырҙылар. Унда йылға тулҡыны образы сағылдырылды.

Парк – әүҙем социаль-спорт үҙәгенән, ял итеү зонаһынан, тыныс ял итеү өсөн баҡсанан тора. Ул ҡала халҡының яратҡан урындарының береһе. Бында төрлө ярыштар, фестивалдәр, мәҙәни саралар уҙғарыла.

Башҡортостан Башлығы футбол уйнаған үҫмерҙәр менән аралашты. Шулай уҡ былтыр мас-рестлинг буйынса донъя чемпионы булған Эмиль Тлеспаев менән һөйләште. Быйыл ул математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған. Профиль олимпиадаларҙағы ҡаҙаныштары уға Мәскәүҙең физика-математика институтына инергә булышлыҡ иткән. Радий Хәбиров уға уҡыуында һәм спортта уңыштар теләне.

Ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров 2022 йылда Бөтә Рәсәй конкурсында тағы ла бер проекттың еңеү яулауы тураһында әйтте. Ул – “Инештән хәҙерге заманға тиклем – Апаиш боронғо йылғаһын тергеҙеү” проекты.  

Ағиҙел ҡалаһында федераль һәм төбәк программалары ярҙамында артабан да йәмәғәт билмәләрен төҙөкләндереү буйынса эште дауам итеү ниәтләнә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.  

 

Автор:
Читайте нас