

Смена сиктәрендә ҡатнашыусылар университеттың белем биреү мөмкинлектәре, Беренселәр хәрәкәте проекттары һәм инициативалары менән таныша. Балалар өсөн кибер хәүефһеҙлек һәм терроризмды иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса цифрлы дәрестәр, экскурсиялар, белем биреү һәм танып белеү саралары ойошторолған.
"Университет сменаларында" ҡатнашыу - ул яңы белем алыу, аң даирәһен киңәйтеү, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу һәм артабанғы үҫеш йүнәлештәрен билдәләү мөмкинлеге.
Әлиәгә һәм бөтә смена ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, яңы белем алыуҙарын һәм планлаштырылған пландарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙарын теләйбеҙ!