Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
18 Августа , 06:45

Изге ниәт тормошҡа ашһын!

  Асҡын ауыл Советында «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл әҙерләү һәм ҡуйыу» проектын  тормошҡа  ашырыу буйынса инициатив төркөм ултырышы үтте.

Изге  ниәт тормошҡа ашһын!Изге  ниәт тормошҡа ашһын!
Изге ниәт тормошҡа ашһын!

Фекер алышыуҙа район Советы секретары Рима Нәбиуллина, район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Алина Закирова, Асҡын ауыл Советы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе  Зилара Сәфиуллина Һәм Лилиә Николаева рәйеслегендәге инициатив төркөм ағзалары ҡатнашты.

Рима Шамил ҡыҙы Сик буйы ғәскәрҙәре хәрби  туғанлығы һәм Афған һуғышы ветерандары союзы вәкилдәренең мемориалдың урынын үҙгәртеү буйынса тәҡдимен әйтте. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар район хакимиәте янында һәйкәл ҡуйыу ҡарарын хупланы.

Инициатива төркөмө ағзаһы Зилә Зыятдинова ирекле иғәнәләр килеүе хаҡында һөйләне. Кәрәкле бер  миллион 900 мең һумдан 611 меңе йыйылған. Аҡса йыйыуҙа 1300 самаһы кеше ҡатнаша.

 
Изге  ниәт тормошҡа ашһын!
Изге ниәт тормошҡа ашһын!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас