

Әлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиин, әс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғииин...
Йә Аллаһ! Йә тиңдәше булмаған йомарт, мәрхәмәтле, бөйөк Раббым! Һин беҙҙе юҡтан бар итеп, беҙгә төрлө ниғмәттәреңде бүләк итеүсе Бөйөк Затһың. Шул ниғмәттәр араһында беҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеләренең береһе — балаларыбыҙ.
Йә Аллаһ! Йә Рахмән! Йә Рахим! Йә Кәрим! Йә Хәфиз! Йә Мүжиб! Һинең гүзәл исемдәрең менән ялбарып, балаларыбыҙҙы Үҙ рәхмәтеңдән айырмауыңды һорайбыҙ.
Йә Раббым! Ғәзиз балаларыбыҙға хәйерле, оҙон ғүмер биреп, уларҙың иманлы, тәүфиҡлы, тәртипле булыуҙарын насип ит.
Йә Аллаһ! Балаларыбыҙҙың тәндәрен һау-сәләмәт ҡыл, уларҙы төрлө ауырыуҙарҙан һаҡла, ауырығандарына шифа бир.
Йә Аллаһ! Балаларыбыҙҙың күңелдәрен саф, яҡты һәм нурлы ҡыл. Уларҙы насар ғәҙәттәрҙән, яман күҙҙән, шайтан зарарынан һәм һәр төрлө яуызлыҡтан һаҡла. Үҙ ярҙамыңдан ташлама.
Йә Аллаһ! Балаларыбыҙҙы гонаһтарҙан, хаталарҙан һәм яман юлға баҫыуҙан һаҡла. Яҡшы холоҡлоларын изгелектә дауамлы ит, тәртипһеҙҙәренә йомшаҡ күңел, күркәм холоҡ, тәүфиҡ һәм һиҙәйәт бир. Ғәзиздәребеҙ ата-әсәләрен яратып, хөрмәт итеп йәшәһендәр, һүҙ тыңлаусан, итәғәтле булһындар, ҡаты бәғерле булмаһындар.
Йә Аллаһ, йә Раббыбыҙ! Балаларыбыҙҙы имен ҡыл. Яуыз кешеләрҙән, уҫал хайуандарҙан, тәбиғәт бәлә-ҡазаларынан, юл фажиғәләренән һәм һәр төрлө зыяндан Үҙең һаҡлауыңды ялбарып һорайбыҙ!
Йә Аллаһ! Балаларыбыҙға был донъя һәм әхирәт өсөн кәрәкле, файҙалы белем бир! Ул белем уларға Һине яратып, Һин ҡушҡандарҙы үтәп, матур һәм лайыҡлы йәшәргә ярҙам итһен!
Йә Аллаһ! Балаларыбыҙҙың дәрәжәһен юғары ҡыл, тәүфиҡ-һиҙәйәт, ихлас иман һәм оло бәхет бир. Уларҙы йөрәк сафлығы, шәфҡәт-мәрхәмәтлелек һәм йомшаҡ холоҡ менән бүләклә. Түбәнлеккә төшөүҙән һәм хурлыҡҡа ҡалыуҙан Үҙең һаҡла, йә Раббым!
Йә Раббым Аллаһ! Балаларыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, йомшаҡ күңел һәм тулы иман бир! Улар беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ, күңел шатлығыбыҙ булһындар. Ә беҙ әхирәткә күскәс, беҙҙең өсөн доға ҡылыусылар булып ҡалһындар.
Раббәнәә әәтинәә фид-дүнйәә хәсәнәтәү, үә фил-әәхирати хәсәнәтәү үә ҡинәә ғәҙәәбән-нәәр. Бирахмәтикә йә Әрхәмәр-раахимиин!
Әәмиин!
Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы бул!" төркөмө.