

Ишкәкле слалом буйынса ярыштар Өфөлә 15 августа башланғайны. Беренсе старттар 15 августа башланды. Шәхси ярыштар 16, 17 августа үткәрелде. 18-ендә, бөгөн, ишкәкле слалом буйынса ярыштар була.
Быға тиклем Башҡортостан ҡыҙы Алһыу Миназованың каноэла уҙыштарҙа көмөш миҙал яулауы тураһында хәбәр иткәйнек. Ул тағы К-1 (байдаркала яңғыҙ ярыштар) иң яҡшыһы тип танылды. Спортсы, 1:37:74 ваҡыты менән сығыш яһап, алтын миҙалға лайыҡ булды. Бөгөн каяк-кросс дисциплинаһы буйынса миҙалдар хужаһы асыҡланасаҡ.
Фото: БР Спорт министрлығы.