Йәнтөйәк
+16 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
17 Августа , 09:15

Шәп үҙәктә көслөләр ярыштары бара

Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы бара. Ишкәкле слалом буйынса ярыштар ҡыҙа.     

Шәп үҙәктә көслөләр ярыштары бараШәп үҙәктә көслөләр ярыштары бара
Шәп үҙәктә көслөләр ярыштары бара

Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының ишкәкле слалом буйынса ярыштары бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Ишкәкле слалом буйынса федерацияһы президенты Сергей Папуш спорт сараһына старт бирҙе.

 – Был – көслө спортсылар ҡатнашҡан мөһим турнир. Ул артабан Европа, донъя һәм Олимпия уйындарына юл аса, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙә спорттың алты төрө, шул иҫәптән йөҙөү, триатлон һәм фехтование буйынса ярыштар үткәрелә. Рәсәйҙең Спорт министрлығына республикабыҙға ошондай мөһим сараны ойоштороу мөмкинлеге бирелеүе өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Спортсыларға иһә ғәҙел ярыштар теләйем.

Турнирҙы асыу тантанаһында алдынғы физик культура һәм спорт эшмәкәрҙәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды. Уларҙың күбеһе сараға ғаиләләре менән килгән. Һөҙөмтәлә һәр кем тормошон ошо өлкә менән бәйләгәндәрҙең фиҙакәр хеҙмәтенең юғары баһаланыуына һәм хөрмәт ҡаҙаныуына шаһит булды.

Сараның тәүге көнөндә яҡташыбыҙ, Башҡортостан спортсыһы Алһыу Миназова көмөш миҙал яуланы. Ярыштар каноэ дисциплинаһы буйынса үткәрелде. Мәскәү өлкәһенән Марина Новыш – алтын, Санкт-Петербургтан Таисия Поспелова бронза миҙалға лайыҡ булды.

Әйткәндәй, ишкәкле слалом буйынса ярыштарға Рәсәйҙең 18 төбәгенән 120-нән ашыу спортсы килде. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын уҙғарыу – Башҡортостандың спорт инфраструктураһының юғары кимәлен тағы бер раҫлау ул. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа төҙөлгән яңы объекттарҙың халыҡ-ара ярыштарҙы ойоштороу өсөн мөмкинлектәре күп.

 

 Илшат Әхмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2026-08-17/sh-p-kt-k-sl-l-r-yaryshtary-bara-4784268

#СпартакиадаНародовРоссии

Шәп үҙәктә көслөләр ярыштары бара
Шәп үҙәктә көслөләр ярыштары бара
Шәп үҙәктә көслөләр ярыштары бара
Шәп үҙәктә көслөләр ярыштары бара
Шәп үҙәктә көслөләр ярыштары бара
Автор:
Читайте нас