

Светлана Яковлевна 1971 йылда Баймырҙа ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Бөрө медицина училищеһында белем ала. Йәш белгес ҡулына диплом алып, Яңы Килмәт ауылы медпунктында хеҙмәт юлын башлай. 2014 йылдан Светлана Калиева ете йыл дауамында Сурай дауаханаһында ашығыс ярҙам фельдшеры булып эшләй. Ә 2022 йылдан алып Баймырҙа медпунктында хеҙмәт һала. Уның күҙәтеүендә — өлкән быуын, өйҙәренә барып процедуралар яһарға кәрәк булған инвалидтар ҙа бар. Шулай уҡ ауырлы ҡатындар һәм яңы тыуған сабыйҙар ҙа иғтибар үҙәгендә. Нигеҙҙә, пациенттар юғары ҡан баҫымына, һалҡын тейеүгә зарлана. Йөрәк сирҙәре, диабет менән ауырыусылар ҙа күп. Ашығыс медицина ярҙамы талап ителгән хәлдә, ауыл халҡы фельдшерға шылтырата һәм ул пациентты ҡарап, тикшереп, район дауаханаһына ебәреү-ебәрмәү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Светлана Яковлевнаға терапия, педиатрия, гинекология буйынса белгес булырға ла тура килә. Белем тәжрибә менән килә, әммә теорияһыҙ ҙа булмай. Бөтә фельдшерҙар кеүек үк, ул биш йыл һайын квалификацияны күтәреү курсы үтә.
2025 йылдың декабрендә Баймырҙа ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Был “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Элекке пункт 1978 йылда төҙөлгән йортта урынлашҡан була, унда һыу үткәрелмәгән, канализация булмай, бина мейес менән йылытыла. Яңы ФАП заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Бында фельдшер кабинеты, тикшереү, процедура бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү урыны, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һәм йыйыштырыу инвентары һаҡлау урындары бар.
Светлана Калиева Баймырҙа, Яңы Килмәт, Левицкий ауылдарында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерә, дөйөм халыҡ һаны 650-нән ашыу, шуларҙың 75-е — балалар. Ауыл халҡы бирелә диспансеризация үтә, вакцинация яһата һәм йәшәгән урынына яҡын ерҙә беренсел медицина-санитария ярҙамын ала.
— Беҙҙең ауылда заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килеүенә бик шатмын. “Һанлы ФАП” проекты сиктәрендә халыҡҡа сифатлы медицина хеҙмәттәре күрһәтелә. Хәҙер мин дистанцион рәүештә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын аса, электрон рецепт яҙа, ҙур учреждениелағы табип менән телемедицина консультацияһы үткәрә, медицина мәғлүмәттәрен — мәҫәлән, ЭКГ яҙыуын Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе үҙәгенә ебәрә алам, — ти фельдшер.
Ауыл фельдшерын тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында саҡыртып алырға мөмкиндәр. Уға ял һәм байрамдар юҡ тиерлек. Ғөмүмән алғанда, ауыл фельдшеры — ул ғаилә табибы.
Светлана Яковлевнаның эш көнө Баймырҙа фельдшер-акушерлыҡ пунктында иртәнге 9-сы яртыла башлана. Ул көн һайын һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, Яңы Килмәт ауылынан дүрт километр йәйәү эшкә килә.
— Ауыл фельдшеры — ул медицина хеҙмәткәре генә түгел, — ти Светлана Калиева. — Ул шулай уҡ төрлө тормош хәлдәрендә кәңәш бирергә әҙер психолог та. Бынан тыш, киң профилле белгес булырға кәрәк, сөнки ҡайһы саҡта һинең ғәмәлдәрең кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалырға мөмкин.
Быға ғәжәпләнәһе түгел. “Ысын медик ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?” тигән һорауға, ул иң беренсе сиратта ярҙамсыллыҡты һәм кешеләргә битараф булмаҫҡа кәрәклекте атай.
Уртаса алғанда, ФАП-ҡа көн һайын 15-ләп кеше мөрәжәғәт итә. Ул бер кемгә лә ярҙамдан баш тартмай, һуңғы пациентҡа тиклем ҡабул итә. Һәр ваҡыт тыныс, сабыр, аңлаусан.
Ауырыуҙар араһында үҙ хәлдәрен ҡатмарлаштырып, табипҡа күренеүҙе аҙаҡҡа тиклем һуҙып йөрөүселәр ҙә бар. Шуға күрә Светлана Яковлевна ауылдаштарына медицина ярҙамы һорап ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлата. Изге һөнәргә бағышланған ғүмер йылдары эсендә ул күпте күргән, ҡатмарлы осраҡтарға ла тарырға тура килгән.
Светлана Калиеваның балалары — ике улы һәм ҡыҙы әсәләре юлынан китмәй, башҡа һөнәрҙәр һайлаған. Үҙ ғаиләләре бар хәҙер. Оло улы Олег — төҙөүсе, ҡыҙы Надежда балалар баҡсаһында эшләй, ә кесе улы Дмитрий Эске эштәр министрлығы мәктәбен тамамлаған, оперуполномоченный. Барыһы ла Өфө ҡалаһында йәшәй, ата-әсәһенә йыш ҡунаҡҡа ҡайта.
Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Светлана Калиева район дауаханаһы етәкселегенең һәм район хакимиәтенең күп һанлы грамоталары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.
Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм уларҙы артабан Башҡортостан Республикаһының медицина учреждениеларына эшкә урынлаштырыу маҡсатында 2025 йылда Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы БДМУ-ла, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының башҡа юғары уҡыу йорттарында специалитет һәм ординатура программалары буйынса маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр төҙөй. Быйыл медицина колледждарынан иң ҙур сығарылыш көтөлә.
“Беҙ күп фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөргә мөмкин икәнлеген аңлайбыҙ, ләкин әгәр алғы һыҙыҡта сирҙәргә ҡаршы көрәшеүсе һеҙ — фельдшерҙар булмаһа, бер нимә лә барып сыҡмаясаҡ. Беҙ һеҙҙең алда рәхмәт әйтәбеҙ һәм баш эйәбеҙ, ФАП-тар асыуҙы дауам итәсәкбеҙ”, — тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Рәилә Әптекәева.