

Лилиә һәм Юлай Мөхәйеровтарҙың бәхетле ғаиләһе менән Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында осраштыҡ. Гөл-сәскәгә күмелгән матур йорт төҙөк ихатаһы һәм ҡоймалары менән, ысынлап та, бында аяғында ныҡлы баҫып торған егәрле, йүнсел хужалар йәшәүенә ишаралай.
Ғөмүмән, Ҡубыяҙҙа иғтибарҙы тартырлыҡ, береһенән-береһе күркәмерәк йорттар аҙ түгел. Йәмле тәбиғәте, саф һыулы йылға-шишмәләре менән дә хайран итә төбәк. Тик шулай ҙа төбәктең һоҡланыуға, хөрмәткә лайыҡ уңыштарының иң ҙурыһы – тыуған төйәктәрен ташламай, нигеҙҙәрен ҡоротмай, ошо ерҙең матурлығын арттырыу, балалар тәрбиәләп үҫтереү өсөн тырышлыҡ һалған ғаиләләр.
– Беҙ икебеҙ ҙә ошо ауылда тыуып үҫкәнбеҙ. Лилиә Төй йылғаһының бер яҡ ярында, ә мин йылғаның икенсе яғында үҫтек. Бер-беребеҙҙе оҙаҡ эҙләп йөрөмәнек, тиҙ табыштыҡ, – ти йор һүҙле хужа. – Йортто ҡайнымдың йәшәгән йорто урынына һалдыҡ. Күп балалы ғаилә булараҡ, беҙ дәүләт ярҙамынан файҙаландыҡ. ”Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы ярҙамында 953 мең һумлыҡ сертификат алдыҡ. 2023 йылда яңы йортобоҙға сыҡтыҡ. Шулай уҡ торлаҡҡа газ индереү буйынса 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булдыҡ, был да ғаиләбеҙ өсөн ҙур ярҙам.
Ата-әсә береһенән-береһе һөйкөмлө, һау-сәләмәт балалар үҫтереүе менән бик бәхетле. “Күп бала үҫтереүҙе ауыр, көс еткеһеҙ мәшәҡәт тип иҫәпләмәйбеҙ, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Ниәттәребеҙ, яҡшы уй менән тотонғамы, ҡаршылыҡтарһыҙ тормошҡа аша бара”, – ти Мөхәйәровтар.
Үҙ көсөңә таянып ҡына уңышҡа өлгәшеп булыуын Юлай Салауат улы йәш саҡтан үҙләштергән. Ишле ғаиләлә тыуып үҫкәнлектән, был мөхиттәге ярҙамсыллыҡ, берҙәмлек һәм татыулыҡтың баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт икәнлеген яҡшы белә. Байтаҡ яҡташтары кеүек ул да Себер тарафтарына вахта ысулы менән эшкә урынлаша. “Эйе, ғаиләнән айырым йәшәүе рәхәт түгел. Иптәшемә яңғыҙына ситтә айырыуса ауырҙыр, сөнки ул балалар тауышынан гөрләп торған йылы мөхиткә күнеккән. Ҡайтыр яҡҡа юл төшөүенә берәй аҙна ҡалғанда йыш шылтырата башлай, хәл-әхүәл белешә, ентекләп һораша, тыуған яҡты, өйөбөҙҙө һағынғаны ныҡ һиҙелә”, – ти Лилиә.
Ата-әсә балаларының үҙ аллы, тәртипле, тырыш булыуы менән ғорурлана. 10-сы класс уҡыусыһы Камил да, 8-се класс уҡыусыһы Юлиә лә, 3-сө класс уҡыусыһы Ләйлә лә тик “бишле” билдәһенә генә уҡый. Дүрт йәшлек Диана балалар баҡсаһына йөрөй. Бүлмәһендә тәмле төш күреп, иҙерәп йоҡлаған Тамерланға ни бары 10 ғына ай икәнен белдек.
Лилиә әлегә декрет ялында, уға тиклем Асҡындағы “Магнит” сауҙа селтәрендә эшләгән. Әсәнең әйтеүенсә, ишле ғаиләләргә тәғәйенләнгән льготаларҙан балалары ла файҙалана, мәктәптә һәм балалар баҡсаһында туҡланыу улар өсөн бушлай. Өйҙә йәшәү шарттары һис тә ҡалалағынан ҡайтыш түгел, иркен бүлмәләрҙә – заманса йыһаздар, уңайлы кухня, заманса техника. Тик Мөхәйәровтар өсөн иң ҙур байлыҡ – һөйөп үҫтергән, балдан татлы, алтындан баһалы, тынғыһыҙ төндәр һәм бәхетле көндәр бүләк иткән биш бөртөк кенә сабыйҙары... Уларға ысын күңелдән бар изге теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйһе килә.
Ҙур һәм татыу ғаилә – илебеҙҙең нигеҙ ташы, киләсәккә илтеүсе ышаныслы күпер. Башҡортостанда сиратағы исемле йылдың иғлан ителеүе ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, йәмғиәттең күп яҡлы үҫешенә яңы йүнәлеш бирҙе. Беҙ бөгөн республикабыҙҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыуға күберәк мөмкинлектәр биреүсе көслө социаль сәйәсәт алып барыла, тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ.
2024 йылда күп балалы ғаилә статусын һәм был категория өсөн льготаларҙы федераль кимәлдә нығытыу уйланылған аҙым булды. Хәҙер өс бала үҫтергән йәки уллыҡҡа алған ғаиләләр күп балалы тип иҫәпләнә. Балалар үҫһә лә, статус юғалмай. 2025 йылда Күп балалы ғаиләләр көнө булдырылыуы, уның йыл һайын 21 декабрҙә үткәрелеүе ғаилә тәрбиәһе ҡиммәттәрен һәм традицияларҙы популярлаштырыу, әсәлек абруйын күтәреү маҡсатын ҡуйҙы. Бынан тыш, ғаиләне яҡлаусы, демографик сәйәсәтте билдәләүсе мөһим документтар донъя күрҙе. Әммә камиллашыуҙың сиге юҡ, ҡанундар ҡабул итеү шиғриәттән алыҫ торған, хис-тойғоларҙан азат, ҡоро, теүәллеккә ҡоролған өлкә булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе йәшәйеште яҡшыртыу, мөнәсәбәттәрҙе көйләү, кемгәлер ярҙам итеү рухы менән һуғарылған.
Йәмғиәт ойошмалары ла был йәһәттән “йоҡламай”, әсәлеккә, балалыҡҡа һәм атайлыҡҡа ҡағылған төрлө сараларҙы уйлап табып ҡына тора. Яңыраҡ республикала яңы почетлы исем барлыҡҡа килде: “Почетлы ғаилә традицияларын һаҡлаусы”. Уны “Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы” йәмәғәт хәрәкәте булдырҙы. Ҙур ғаилә тәрбиәләп үҫтергән һәм ейәндәре, бүләләре тормошонда әүҙем ҡатнашҡан олатай-өләсәйҙәр ошо наградаға дәғүә итә ала. Бер нисә быуынды эргәһенә туплап, уларға яҡшы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихты һәм традицияларҙы тапшыра алған, бүләккә лайыҡ булырлыҡ өлкәндәр аҙ булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Тап улар, ата-бабаларҙан килгән матур йолаларыбыҙҙы һаҡлап, туғандары, күрше-күләндәре менән татыу, дуҫтарса мөнәсәбәттә булып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һәләттәрен төрлө яҡлап үҫтереп йәшәй. Татыу ғүмер кисергән, ҡотло донъялары менән тирә-яҡты балҡытып йәшәгән күп балалы ғаиләләргә ҡарап, уларҙың тормош ауырлыҡтарына, аҡса, ваҡыт етмәүенә зарланмай, ҡатмарлыҡтарҙы бергәләп хәл итеүенә, ”бәләкәй дәүләт”тәге эреле-ваҡлы мәшәҡәттәрҙе оҫта планлаштыра белеүенә һоҡланаһың, хатта көнләшеп тә ҡуяһың. Ундайҙар өсөн күп бала һис тә ҡаршылыҡ түгел, ә йәшәү өсөн ҙур стимул, шатлыҡ һәм донъя йәме генә.
Резеда Шәңгәрәева фотоһы.