Йәнтөйәк
+16 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
17 Августа , 04:50

Афарин, Руслан!

Ағиҙел ҡалаһында  СССР-ҙың спорт мастеры Радик Уразбахтин иҫтәлегенә арналған билбау көрәше буйынса III асыҡ республика турниры үтте.

Афарин, Руслан!Афарин, Руслан!
Афарин, Руслан!

Турнирҙа һигеҙ команда ҡатнаша. Ярыштар «стенаға стена» форматында үтә, унда һәр ҡатнашыусы команданың дөйөм һөҙөмтәһенә үҙ өлөшөн индерә. Турнир йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы еңеү яуланы һәм ярыштарҙың төп призына лайыҡ булды.

Башҡортостан йыйылма командаһы составында Асҡын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе  тәрбиәләнеүсеһе Руслан Мөхәмәтйәров сығыш яһаны, ул команданың еңеүенә тос өлөш индерҙе. Руслан Башҡорт дәүләт  аграр университеты студенты, спорт юлын дауам итә һәм Асҡын районын лайыҡлы күрһәтә.

Русландың спорт оҫталығына нигеҙ һалған һәм уның потенциалын асырға ярҙам иткән тренер-уҡытыусы Фәрдүс Әхмәтовҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Русланды, уның остазын Һәм Башҡортостан йыйылма командаһын лайыҡлы еңеү менән ҡотлайбыҙ! Яңы ҡаҙаныштар һәм сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!

Афарин, Руслан!
Афарин, Руслан!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас