

- Минең һандығымда әсәйемдән, хатта өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡылар һаҡлана. Һандыҡта — беҙҙең тарих, ғаилә ҡиммәттәре, йолаларыбыҙға тоғролоҡ һәм һөйөү. Мин уларҙы үҙемдең балаларыма һәм ейәндәремә лә ҡалдырасаҡмын, сөнки һәр кеше үҙе артынан эҙ ҡалдырырға тейеш, — тип һөйләне бар ғүмерен сауҙа өлкәһендә эшләүгә, сәләмәт тормошҡа, спортҡа, үҙешмәкәр сәнғәткә, яратҡан ҡул эштәре — сигеү, бәйләүгә бағышлаған оло хөрмәткә лайыҡ Фәрбизә апай Сәрүәртдинова. Күргәҙмәгә ҡуйылған уның миҙалдары, төрлө кимәлдәге Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәре Фәрбизә Ғаян ҡыҙының иҫ киткес талантлы, тырыш, уңған, йүнсел гүзәл зат булыуы хаҡында һөйләй.
Фәрбизә Ғаян ҡыҙы бөгөн дүрт балаһының, туғыҙ ейән-ейәнсәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бүләсәрен һөйөп, үҙ ҡулдары менән ҡорған матур донъяһында ауылдаштарының ихтирамын тойоп, бәхетле ғүмер кисерә. Ул бөгөн дә әүҙем тормош алып бара: йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, махсус хәрби операция яугирҙары өсөн гуманитар ярҙам йыйыусы ирекмәндәр менән маскировка селтәрҙрен үрә, үҙешмәкәр сәнғәттә лә ижади һәләттәрпен күрһәтә.
Быуындар күсәгилешлеген сағылдырған, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе йәш быуынға тапшырыуға ҡоролған сарала Асҡын, Ҡарткиҫәк, Упҡанкүл, Төлгөҙбаш, Ҡубияҙ ауылдары ағинәйҙәре лә үҙҙәре алып килгән һандыҡта ҡәҙерләп һаҡлаған ҡомартҡылары тураһында һөйләне.
Сара шундай йылы, матур мөхиттә үтеп, күңелдәрҙә бай, яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Тормош ҡотон һаҡлаусы ағинәйҙәрҙең ниндәй фәһемле, тәрбиәүи йәһәттән баһалап бөткөһөҙ эштәр алып барыуын йәнә бер дәлилләне ул.