Йәнтөйәк
+4 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
15 Августа , 14:00

Борсолмайыҡ, йылы кире ҡайтасаҡ!

Августың икенсе яртыһы һәм сентябрь айы ниндәй булыр?

Добавить в предпочтительные источники Google
Борсолмайыҡ, йылы кире ҡайтасаҡ!Борсолмайыҡ, йылы кире ҡайтасаҡ!
Борсолмайыҡ, йылы кире ҡайтасаҡ!

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡапыл һыуыта. Һауа температураһы норманан өс-биш градусҡа түбәнерәк буласаҡ. Ләкин, ҡыуандырырға ашығабыҙ: бындай һауа торошо оҙаҡҡа бармай. Башгидромет фаразы буйынса, 18 августан йәйге температураға тиклем йылытасаҡ.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, август айының икенсе яртыһында көндөҙгө температура ышаныслы күтәрелә башлаясаҡ һәм +21, +24 градусҡа етәсәк. Әммә бындай һауа торошо оҙаҡҡа бармай: август айының өсөнсө декадаһында ямғырҙар тағы ла көсәйә, әммә төндәр йылы була — +11-ҙән +16 градусҡа тиклем.

Сентябргә килгәндә, фараздар өмөтлө күренә. Синоптиктар билдәләүенсә, көҙҙөң тәүге айында уртаса температура климат нормаһына яҡын (яҡынса +9, +12 градус) йәки хатта унан бер аҙ юғарыраҡ буласаҡ.

Сентябрҙең тәүге көндәрендә һауа торошо ысын мәғәнәһендә йәйге булыуы ихтимал. Көндөҙ термометр бағанаһы +21, +23 градусҡаса күтәреләсәк, яуым-төшөм көтөлмәй.

Фото: Наилә Имаева. 

https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-08-15/borsolmayy-yyly-kire-aytasa-4782797

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас