Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
14 Августа , 10:05

Йәш белгестәр дәүләт ярҙамы ала

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында Бөрө тарих музейы дүртенсе йыл рәттән уңышлы ҡатнаша.

Йәш белгестәр дәүләт ярҙамы алаЙәш белгестәр дәүләт ярҙамы ала
Йәш белгестәр дәүләт ярҙамы ала


2021 йылдан алып 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә иң беренсе булып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырылып килде. 2021, 2022 йылдарҙа проект буйынса бирелгән аҡсалата ярҙам, йәғни субсидия, 500 мең һум тәшкил итте, 2023 йылда бер миллион һумға ҡәҙәр арттырылды. Был аҡсаға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре фатир йә йорт, шәхси автомобиль һатып ала алды. Программаның маҡсаты – 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларға, ҡасаба, ауылдарға белгестәр килеүен тәьмин итеү.
Башҡортостандың тәжрибәһе оҙаҡламай федераль кимәлдә лә киң танылды һәм, һөҙөмтә булараҡ, 2025 йылдан “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тотош Рәсәйҙә тормошҡа ашырыла башланы. Уның шарттары буйынса, субсидия алыр өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәренең йәше буйынса сикләү юҡ, тик мәҙәниәт өлкәһе буйынса — юғары йәки махсус урта һөнәри, ә музей хеҙмәткәрҙәренең педагогик белеме булырға тейеш.
Программа Башҡортостанда ғына ғәмәлгә ашырылған йылдар эсендә үҙебеҙҙең район, ҡалаларҙа эшләгән 150 мәҙәниәт хеҙмәткәре республика субсидияһын алған. Былтыр, федераль программаға ярашлы, 44 белгес аҡсалата ярҙамға эйә булған. Быйыл, рәсми мәғлүмәткә ҡарағанда, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы ярҙамын 59 белгес ҡуллана ала.
Бөрө тарих музейы штатында ошо программа сиктәрендә бер инженер, ике тарихсы, ә быйыл рәссам вакансияһы булдырылған. Дүрт йыл элек инженер Владимир Анатольевич Дьяконов, унан һуң тарихсы Алексей Валентинович Шамукаев эшкә алына. Хеҙмәткәрҙәрҙең тағы ла икәүһе – йәш белгестәр. Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалын тамамлап, былтыр — Мария Викторовна Красильникова, ә быйыл Елена Ивановна Бабина килгән.
— Һәр яңы белгес учреждениеның мөһим ихтыяжын ҡаплай һәм музей эшмәкәрлегенә яңы күҙлектән ҡарарға ярҙам итә. Федераль үҙәктең һәм төбәк власының ярҙамынан башҡа бындай мөмкинлек булмаҫ ине, – ти музей директоры Антон Андреевич Антонов.
Республиканың боронғо ҡалаһы Бөрө тураһында мәңгелек хәтер һаҡлаған тарих музейында йыл һайын тиҫтәләгән күргәҙмә ойошторола. Статистика буйынса уртаса йылына 25 мең кеше музей экспонаттарына тамаша ҡыла.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө ҡалаһы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас