

Һәр кеше үҙенең үткәнен белергә, хөрмәт итергә тейеш. Юҡҡа ғына “тарихын белмәгәндең киләсәге юҡ” тип әйтмәйҙәр. Йәлдәктәр ата-бабаларынан ҡалғанды һаҡларға, айыҡ аҡыл менән эш итергә, берҙәмлектә йәшәргә күнеккән. Шуға ла был ауылдың бөгөнгөһө генә түгел, киләсәге лә өмөтлө.
Бында дин көслө, халыҡ мәсеткә теләп йөрөй, ураҙа тота, ҡорбан салдыра, Ҡөрьән аштары уҙҙыра, олоно — оло, кесене кесе итә белә. Ә инде конкурста ҡатнашып, районда ғына түгел, республикала еңеүгә ирешеүҙәре бының бер дәлиле генә. Был шатлыҡты ла улар ҙурлап, ауылдаштарын, дуҫтарын, туған-тыумасаларын, барлыҡ район халҡын йыйып, матур ял, күңелле байрам ойоштороп уртаҡлашты. Байрамдың да ниндәйе бит әле: нәҫел тамырҙарын барлау, үткәндәргә ихтирам күрһәтеү, үҙеңдең кем икәнлегеңде иҫкә төшөрөү һәм шуларҙы бөгөнгөгә ялғау.
Февралдә Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел, Нуриман һәм Саҡмағош райондарында йәшәгән Йәлдәк ырыуы вәкилдәре Яңы Йәлдәк ауылын ырыу үҙәге итеп билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итә. Шуға ла байрамға ошо үрҙә аталған райондарҙан да килеүселәр бихисап ине. Йәлдәктәр ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алып, ырыуҙы дауам итеүсе алты ғаиләнең тирмәләренә алып инде. Ошо ауылда йәшәп, быуындан-быуынға яҡшылыҡ менән бүлешеп, береһенән-береһе матур балалар үҫтереп, изге эштәр башҡарып йәшәгән ауылдың ябай ғаиләләре улар. Һәр тирмәлә хужалар шәжәрәләре менән таныштырып, ҡәҙерләп һаҡлаған аманаттарын күрһәтеп, әсәнән — ҡыҙға, ҡәйнәнән киленгә тапшырылып килгән ризыҡтар менән һыйланы ҡунаҡтарҙы.
— Шәжәрәбеҙҙе төҙөгәндә төрлө яҡта йәшәгән туғандарыбыҙға мөрәжәғәт иттек. Барыһы ла берҙәм булып, был эшкә дәррәү тотондо. Ҡайһы берҙәрендә ҡулдан яҙып һаҡланған шәжәрәләре бар ине, шул ҙур ярҙам булды. Нәҫел ағасыбыҙҙың һәр тармағында уҡытыусылар бар, оҫта ҡуллы ир-егеттәребеҙ күп. Байтаҡ туғандар Борай, Дүртөйлө райондарында, Нефтекама, Ағиҙел, Силәбе, Аша һәм Ҡазан ҡалаларында йәшәй, — тип һөйләне тормош иптәше Рәмил яғынан шәжәрә менән таныштырғанда Лена Ғарипова. — Беҙ алты быуыныбыҙҙы барланыҡ. Ғаиләбеҙҙең фамилияһын булдырған Мөхәмәтғариф заманында Дүртөйлө районында волость судьяһы булған, революциянан һуң Йәлдәктә мәзин итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан үҙ теләге менән колхозға инеп, ауылда һөт йыя. Яҙмышы аяныс уның: йыйған һөтө асып, репрессия ҡорбаны була.
Уның улы Мөхәмәтзыя — Йәлдәктә беренсе комсомол ячейкаһын төҙөгән кеше, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Ул 1993 йылда вафат була. Ғаиләһе менән күпләп бал ҡорто тотҡан. Иптәшемдең атаһы Әбделбарый (Борис) колхозда тимерсе, иретеп йәбештереүсе булып эшләп, билдәле балта оҫтаһы ла булараҡ ауыл халҡына игелек килтергән кеше. Уның улы Роман (Рәмил) төрлө һөнәр эйәһе, ныҡлап умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Балаларыбыҙ Динислам, Айгөл үҙ ғаиләләре менән йәшәй, Нурислам, Гөлшат ата-баба мираҫына тап төшөрмәй йәшәргә тырыша, иншәаллаһ. Ғариповтар ауылда бик ихтирамлы ғаилә. Улар Ислам ҡанундарына ярашлы йәшәй.
Асылаевтар ғаиләһе лә барыһын да һоҡландырып ғүмер итә.
— Атайыбыҙ Фәнәүи менән әсәйебеҙ Мөнирә бар ғүмерҙәрен ошо тыуған ауылыбыҙға бағышлаған. Колхозда алдынғылар рәтендә булдылар. Ихата тултырып мал-тыуар аҫрап, бал ҡорттары ҡарап, үҙ көстәре менән донъя көтөп, беҙҙе лә шулай йәшәргә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Әле лә тик тормайҙар, ҡош-ҡорттары бар, баҡсалары гөрләп үҫә. Биш бала тәрбиәләп, уларҙы уҡытып, башлы-күҙле итеп, оло тормош юлына сығарҙылар. Өләсәйебеҙ ҙә бик уңған кеше ине. Ире Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғас, ике балаһын яңғыҙы үҫтереп, яҡшы итеп донъяһын көткән. Ауылда уҙған туй һәм башҡа ҙур мәжлестәр өсөн сәк-сәкте нәҡ ул бешереп бирер булған. Ошо ҙур байрамда атайыбыҙ нәҫеле шәжәрәһен тәҡдим иттек. Унда 11 быуын күрһәтелгән. Фамилиябыҙ ҡарт олатай Асылгәрәйҙән килә. Үҙебеҙҙең ғаиләгә килгәндә, нәҫел ағасында күрһәтелгән кешеләр араһында иң олоһо атайыбыҙ, уға 87 йәш. Ә иң кесеһе ағайымдың ошо көндәрҙә тыуған ейәне. Тимәк, беҙҙең нәҫел дауам итә, ағасыбыҙ үҫә, ҙурая, нығый, — ти Асылаевтарҙың ҡыҙҙарының береһе Дилара.
Зариповтар ғаиләһе иһә байрамды ойоштороусылар ҙа, “Айыҡ ауыл” конкурсының әүҙем ҡатнашыусылары ла.
Беҙҙең Зариповтар шәжәрәһендә алты быуын вәкиле яҙылған. Зариф-Сәйетгәрәй-Сәйетзада-Әхләф-Рәмил-Сәйет. Тормош иптәшем Әхләфтең олатаһы Сәйетгәрәй Бөйөк Ватан һуғышында вафат булған, атаһы Сәйетзаданың ғүмере 28 генә йәшендә фажиғәле өҙөлә. Ул ваҡытта Әхләфкә — биш, ҡустыһы Рифатҡа (Рифат хәҙрәт Зарипов тураһында һүҙ бара) алты ғына ай булған. Аталары мал ҡараған, көтөүсе булған. Әхләф тә, улыбыҙ Рәмил дә ата-бабаларынан ҡалған ошо ергә береккәнлекте дауам итә, — тип һөйләне Гәүһәриә апай Зарипова.
Әхләф Сәйетзада улы, уның улы Рәмил районда ғына түгел, республикала хәләл фермер булараҡ танылды. Улар — “Борай фермеры” брендын булдырған кешеләр.
Малды үҙҙәре үҫтергән ашлыҡ-бесәне менән аҫрап, һимертеп, мосолманға хас итеп салып, хәләл ит ризыҡтары етештерәләр. Район үҙәге Борайҙан тыш, баш ҡалабыҙ Өфөлә продукция һата торған бер нисә кибеттәре бар. Халыҡ яратып ала улар етештергәнде.
Шулай уҡ Вәлиевтар, Сафиуллиндар һәм Фәтхиевтар ғаиләләре лә үҙ шәжәрәләрен төҙөгән. Улар ҙа ауылда яҡшы балалар үҫтергән, матур итеп тормош көткән, ихтирам ҡаҙанған.
Байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтарынан булған “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең ойоштороу комитеты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының президиум ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина, Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, район хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Илгиз Харисов, Вострецов ауыл биләмәһе башлығы Мәнәүәр Зарипов үҙ сығыштарында йәлдәктәрҙең тырышлығын билдәләп, был байрамды ойоштороуҙа, шулай уҡ “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙы әҙерләүҙә, уҙҙырыуҙа әүҙемлек күрһәткән кешеләргә рәхмәт белдереп, төрлө дәрәжәләге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Бында рәхәтләнеп ял итеү генә түгел, мәғлүмәт йыйыу өсөн дә уңайлы ине. Йәлдәк ырыуының билдәле шәхестәре тураһында альбомдар, ауыл уңғандарының фотоһүрәттәре, милли кейем, биҙәнеү әйберҙәре күргәҙмәләре, уларҙы яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре күптәрҙе йәлеп итте.
Сәхнәнән Рәмил һәм Рифат Зариповтар, Әбдерахман Дүсмәтов тарафынан уҡылған Ҡөрьән аяттарын тыңлағанда олоһонан кесеһенә ҡәҙәр ҡулдарын күтәреп, илебеҙгә именлек һәм халҡыбыҙға изгелек теләне. Бай концерт программаһы ла, тәмле былауы, ашы һәм самауыр сәйҙәре лә күңелдәргә хуш килде.
— Иншәаллаһ, ҙур бәйгелә еңеп сыҡтыҡ, матур байрам ойошторҙоҡ. Былар беҙҙең берҙәмлегебеҙ һөҙөмтәһе. Ә алда йәнә бер ҙур эш көтә. Ауылда Йәлдәк ырыуы музейын булдырыу. Уның өсөн йорт билдәләнде, эсен-тышын төҙөкләндерәһе ҡалды. Быныһын да шулай берҙәм башҡарып сығырға яҙһын, — тип алдағы пландары менән дә уртаҡлашты Гәүһәриә апай Зарипова.
Венера Арысланова.
Гөлназ Хужина фотоһы.
Борай районы.