Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
14 Августа , 09:35

Уңыштар теләйбеҙ һиңә, Алһыу!

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы дауам итә. Ошо ял көндәрендә Өфөләге Ишкәкле слалом үҙәгендә ишкәкле слалом буйынса ярыштар үткәрелә.  Турнирҙа Башҡортостан ҡыҙы Алһыу Миназова ла сығыш яһаясаҡ. Ул –  Рәсәй исеменән Олимпиадала ишкәкле слалом буйынса сығыш яһаған спортсы, Илеш районының Илеш ауылы ҡыҙы. 

Уңыштар теләйбеҙ һиңә, Алһыу!Уңыштар теләйбеҙ һиңә, Алһыу!
Уңыштар теләйбеҙ һиңә, Алһыу!

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы дауам итә. Ошо ял көндәрендә Өфөләге Ишкәкле слалом үҙәгендә ишкәкле слалом буйынса ярыштар үткәрелә. Унда Рәсәйҙең 18 субъектынан 108 спортсы килә. Беренсе старттар 15 августа була. Шәхси беренселек иһә 16-17 августа ойошторола. 

Турнирҙа Башҡортостан ҡыҙы Алһыу Миназова ла сығыш яһаясаҡ. Ул –  Рәсәй исеменән Олимпиадала ишкәкле слалом буйынса сығыш яһаған спортсы, Илеш районының Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майынан шөғөлләнә башлаған. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Мәртәбәле ярыштар алдынан беҙ Алһыу Филүс ҡыҙы МИНАЗОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

 –  Алһыу, һин республикабыҙҙың йәмле төбәктәренең береһе булған Илеш районының Илеш ауылында тыуып үҫкәнһең. Һәм әлеге көндә шундай үҙенсәлекле спорт төрҙәренең береһе булған ишкәкле слалом буйынса ярыштарҙа ҡатнашаһың. Ҙур спортҡа юл нимәнән башланды?

 –  Эйе, мин ауылда тыуып үҫтем, шуға күрә бәләкәйҙән Сөн йылғаһында һыу инергә яраттым. Миңә һыу ныҡ оҡшай торғайны. Аҙаҡ Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәйгә йәшәргә күстек. Унда бассейнға йөрөй һәм йөҙөү менән ныҡлап мауыға башланым. Артабан ғаиләбеҙ менән Өфөгә күскәс, ҡыҙҙарҙың, егеттәрҙең Ағиҙел йылғаһында ишкәкле кәмәлә шөғөлләнеүен күрҙем һәм үҙемде ошо спорт төрө буйынса һынап ҡарарға булдым. Өҫтәүенә эргәбеҙҙә генә ишкәкле слалом буйынса секция барлығын белгәс, “Тулҡын” клубына килдем һәм был спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләнә башланым.

 – Бер юлы йөҙөү буйынса ярыштарҙа ла ҡатнаштың түгелме?

 –   Эйе. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы бассейнда әле лә урындағы ярыштарҙа ҡатнашҡан мәлдә төшөрөлгән фотография эленеп тора. Унда һәр ваҡыт ныҡлы терәгем һәм төп көйәрмәнем булған атайым менән бергәбеҙ.

– Беҙ һин ҡатнашҡан “Титандар” тапшырыуын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараныҡ...

–  Был проектты ойоштороусылар миңә шылтыратып, унда ҡатнашып ҡарауымды һораны. Быға тиклем беренсе миҙгел уйындарын ҡараған инем-ҡарауын. “Ниңә ҡатнашмаҫҡа?” тинем һәм үҙемде, спортта ишкәкле слалом тигән төрҙөң барлығын күрһәтергә теләнем, ризалығымды бирҙем. Ғәҙәти булмаған, бик шәп тәжрибә булды ул.

 – Иртәгә Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакидаһының ишкәкле слалом буйынса ярыштарын асыу тантанаһы була. Һин әҙерһеңдер инде?

 –   Эйе, шулай. Иртәгә баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә – көслөлөр спартакиадаһы. Иртәнән һуң инде тәүге старттар башлана. Әҙерләнәм, әлбиттә. Бөгөн һәм иртәгә сараны тантаналы асыу алдынан – күнекмәләр.

- Ярыштарға ҡайҙа әҙерләндең? Өфөләме, әллә Мәскәүҙәме?

- Мин – Рәсәй йыйылма командаһының беренсе “номеры”, шуға күрә күнекмәләргә бүленгән ваҡытымдың төп өлөшөн  илебеҙҙең йыйылма командаһында уҙғарам. Беҙҙең төп акцент, әлбиттә, халыҡ-ара ярыштар. Донъя кубогнына ярыштарға, чемпионаттарға әҙерләнәбеҙ, шуға күрә Өфөлә йәки Мәскәү өлкәһендә күнекмәләр үткәрәм. Һалҡын ҡыш көндәрендә күнекмәләрҙе йылыраҡ илдәрҙә үткәрәбеҙ.

 – Тыуған ереңдә ойошторолған ярыштарҙан ниндәй һөҙөмтәләр көтәһең?

 –  Әлбиттә,  тыуған яғыңда ярыштарҙа ҡатнашыу тулҡынландырғыс, сөнки был – тыуған канал, трибуналар, яҡташтар һәм уларға матур ярыштар, хис-тойғолар бүләк итке килә. Шуға күрә юғары һөҙөмтәләр булыр тип көтәм һәм еңергә тырышасаҡмын. Өс дисциплина – каяк, каноэ һәм каяк-кросс – ярыштарында ҡатнашам. Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалалары, Красноярск крайы спортсылары көслө генә, шуға күрә алдынғы урын өсөн көрәшәсәкмен.

 – Рәсәй халыҡтары олимпиадаһы үткәрелгән Ишкәкле слалом үҙәге тураһында нимәләр әйтерһең?

 –  Ҙур Рәсәйҙең һәр төбәге лә ошондай объект менән маҡтана алмай. Улар илебеҙҙә өсәү генә – Мәскәү, Түбәнге Новгород өлкәләрендә һәм беҙҙә, Өфөлә. Ул беҙгә мотлаҡ кәрәк, сөнки Өфөлә ишкәксе спортсылар күп. Ошо канал барлыҡҡа килгәнгә тиклем күнекмәләр үткәрергә урын да юҡ ине. Үҙем дә ошо спорт төрө менән шөғөлләнә башлағанда ошондай үҙәк тураһында хыяллана ғына инем. Йылғаларҙа йәки Йылы күле эргәһендәге йылылыҡ электроцентрале (ТЭЦ) ағыҙған һыуҙа күнекмәләр ойоштора инек. Үҙебеҙ ҡом-таш тултырылған тоҡтарҙы ташып төрлө ҡаршылыҡтарҙы булдыра инек, ул нимәһе менәндер ишкәкле слаломды хәтерләтә ине.

Ишкәкле слалом үҙәге – беҙ ҡыуанып көтөп алған объект. Тотош илебеҙҙән спортсылар бында шөғөлләнә. Күп кенә төбәктәр вәкилдәренә, Мәскәүгә ҡарағанда, беҙгә килеүе уңайлыраҡ. Тағы ла йылылыҡ электроцентрале ағыҙған йылы һыуҙы ҡышҡы һалҡын көндәрҙә лә файҙалана алабыҙ. Әйткәндәй, быйыл ҡыш спортсылар туҡтауһыҙ тиерлек бында күнекмәләр үткәрҙе, сөнки  минус 10 градусҡа тиклем яратҡан спорт төрөң менән асыҡ һыуҙа шөғөлләнеү мөмкинлеге бар.

Тағы шуны билдәләргә кәрәк: күптән түгел, 2024 йылдың аҙағында асылған Ишкәкле слалом үҙәгендә шөғөлләнгән балалар күҙгә күренеп үҫкән. Шулай итеп, был объект тотош Рәсәй һәм ишкәкле слалом өсөн бик мөһим.

 – Алһыу, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Беҙ һиңә Рәсәй халыҡтары чемпионатында уңыштарға өлгәшеүеңде һәм, әлбиттә, ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.

 

Фотолар: Алһыу Миназованың шәхси архивынан.

#СпартакиадаНародовРоссии

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2026-08-14/u-yshtar-tel-ybe-i-al-yu-4781939

Автор:
Читайте нас