

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарының хәлен даими белешеп торалар, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ туплап, гуманитар ярҙам да ойоштороп торалар.
Ошо көндәрҙә улар күмәкләп сираттағы маскировка селтәрен үрҙе. Был эштә ауылдың ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә, ағинәйҙәр ҡоро ла, йәштәр ҙә бик ихлас ҡатнаша.
Ни тиһәң дә, маскировка селтәрҙәре ҡоралдарға, хәрби техникаға ябыу өсөн бик тә кәрәкле әйбер. Был селтәрҙәр тура мәғәнәһендә яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеү сараһы ла.
Егеттәребеҙ генә иҫән-һау булһын һәм тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар ине, ти улар.