Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
13 Августа , 10:15

Беҙҙең биш проект федераль конкурста еңеү яуланы

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй төбәктәренән бөтәһе 294 проект һайлап алынды, улар федераль финанслау аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең биш проект федераль конкурста еңеү яуланыБеҙҙең биш проект федераль конкурста еңеү яуланы
Беҙҙең биш проект федераль конкурста еңеү яуланы

11-се “Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү” форумында уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Башҡортостандан биш ғариза иң яҡшылар иҫәбенә инде һәм федераль финанслау аласаҡ.

Дүрт ҡалала һәм бер ауылда йәмәғәт урындары төҙөкләндереләсәк: 

☑ Стәрлетамаҡта — “Ашҡаҙар аръяғы яр буйы: тоҙ пристанының дауамы” проекты;

☑ Туймазыла “Туймазыларҙың беренсе урамы”;

☑ Благовещенда – “Благовещен. Һыу мәҙәниәте”;

☑ Яңауылда – “Яңауылдың икенсе яғы: төньяҡ быуа янында”;

☑ Салауат районының Малаяҙ ауылында “Малаяҙ ауылының Үҙәк майҙаны: ер хәтере һәм ваҡыт өлгөһө”.

“Башҡортостан – конкурс  лидерҙарының береһе. Федераль ярҙам булышлығында беҙ 31 проектты тормошҡа ашырҙыҡ, тағы ла һигеҙе тормошҡа ашырыу стадияһында”, — тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй төбәктәренән бөтәһе 294 проект һайлап алынды, улар федераль финанслау аласаҡ.

Еңеүселәр араһында 99 парк, 53 яр буйы, 43 майҙан, 99 урам һәм йәйәүлеләр биләмәһе бар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:
Читайте нас