Йәнтөйәк
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
13 Августа , 04:00

Августың икенсе яртыһында көндәр нисек булыр?

16–31 авгусҡа күҙалланған фараздарға ҡарағанда, Башҡортостанда йәй әле тамамланмаясаҡ, ләкин көн торошо бер аҙ үҙгәреүсәнерәк буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Августың икенсе яртыһында көндәр нисек булыр?Августың икенсе яртыһында көндәр нисек булыр?
Августың икенсе яртыһында көндәр нисек булыр?

Көндөҙ күбеһенсә +20…+27 °C, айырым көндәрҙә +28…+30 °C-ҡа тиклем эҫетеүе ихтимал. Төндә иһә яҡынса +8…+15 °C, айырыуса ай аҙағына табан һыуытасаҡ. Ямғыр ҙа була. Хатта ҡойма ямғырҙар күҙаллана. Август, дөйөм алғанда, норманан дымлыраҡ булыр, тип көтөлә. Өфөлә 18 августан ямғыр күҙаллана, фараз шулайраҡ: ай бөткәнсе ике-өс көнгә бер яуым-төшөм бар.

Оҙайлы фараз бигүк дөрөҫкә лә сыҡмай, шуға күрә аныҡ көндәр өсөн 3–5 көн алдан ҡарау күпкә ышаныслыраҡ.

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-08-12/avgusty-ikense-yarty-ynda-k-nd-r-nisek-bulyr-4779318

Автор:
Читайте нас