Йәнтөйәк
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
12 Августа , 05:35

Социаль контракт ярҙамға килә

Башҡортостанда социаль контракттарҙы тормошҡа ашырыу аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә килемдең тотороҡло артыуына булышлыҡ итә.

Социаль контракт ярҙамға киләСоциаль контракт ярҙамға килә
Социаль контракт ярҙамға килә

Социаль контракт нигеҙендәге адреслы социаль ярҙам, дөрөҫ системалы оҙатыу шарттарында, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең килемен үҙ эшен үҫтереү аша тотороҡло арттырыуға булышлыҡ итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова ошо хаҡта һөйләне.

Социаль контрактты аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр йәки яңғыҙ кешеләр, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм I йәки II төркөм инвалиды булған МХО ветерандарының тормош иптәштәре төҙөй ала. Төп йүнәлештәр – эш эҙләү, шәхси эшҡыуарлыҡ, шәхси ярҙамсы хужалыҡ һәм ҡатмарлы тормош хәлен еңеп сығыу буйынса башҡа саралар.

2020 йылдан алып төбәктә 30,4 мең социаль контракт төҙөлгән. Был маҡсатта федераль бюджеттан 3,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

2026 йылға пландарҙа – 4 мең самаһы социаль килешеү төҙөү. Уларҙы финанслау күләме 867 миллион һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта 200 килешеү махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ эшен башларға булышыуға тәғәйенләнгән.

– Уларҙы төҙөү хоҡуғы, ғариза биреүселәр хәрби хеҙмәттән бушатылған йәки Оборона министрлығы менән контракты тамамланған, билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ йәки эш эҙләүсе тип танылған осраҡта, килемде баһаламайынса билдәләнә. Ғариза тапшырғанда «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фондының рекомендациялы хаты мотлаҡ булып тора, – тип аңлатты Ольга Кабанова. – I йәки II төркөм инвалидтары тип танылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың теләге буйынса, социаль контрактты уларҙың ҡатындары менән дә төҙөргә мөмкин. Шуныһы мөһим: был йүнәлеш буйынса социаль контракт бер тапҡыр ғына төҙөлә.

Дөйөм алғанда, иң ҙур ихтыяж менән шәхси эшҡыуарлыҡ алып барыуға контракттар файҙаланыла, уның сиктәрендә бер тапҡыр 350 мең һумға тиклем түләү ҡаралған, тип билдәләне министр. Шул уҡ ваҡытта һәр кем үҙе эшләргә теләгән өлкәне һайлай. Мәҫәлән, Өфөнән махсус хәрби операцияла ҡатнышыусы, ике бала әсәһе реабилитация һәм тергеҙеү медицинаһы кабинеты асҡан. Октябрьскийҙан МХО ветераны корпуслы мебель эшләй башлаған.

2025 йылда тамамланған социаль контракттарҙың һөҙөмтәлелеген анализлау проектта ҡатнашыусыларҙың 76 процентының үҙ килемен арттыра алыуын күрһәтә. Ә 38 проценттан ашыу кешенең килеме йәшәү минимумынан артҡан һәм аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһынан сығыу мөмкинлеген биргән.

Шул уҡ ваҡытта социаль контракт сиктәрендә үҙ эшен башлағандарҙың 71 проценты уны артабан да дауам итә, бында бизнес-шерифтар һәм уңышлы эшҡыуарҙар иҫәбенән остаздар оҙатыуы ла әһәмиәткә эйә.

– Был эш яҡшы яйға һалынған. Уны дауам итеү мөһим, – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы. – Иң мөһиме – социаль контракт аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә аяҡҡа баҫырға мөмкинлек бирә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:
Читайте нас