Йәнтөйәк
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
12 Августа , 04:30

«Халыҡ фронты» активистары МХОға Башҡортостандан 68 гуманитар ылау оҙатҡан

11 августа республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә «Рәсәй өсөн» халыҡ фронты» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге тикшерелде.

«Халыҡ фронты» активистары МХОға  Башҡортостандан 68 гуманитар ылау оҙатҡан«Халыҡ фронты» активистары МХОға  Башҡортостандан 68 гуманитар ылау оҙатҡан
«Халыҡ фронты» активистары МХОға Башҡортостандан 68 гуманитар ылау оҙатҡан

Ойошманың төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин халыҡ фронтының урындарҙа Рәсәй Президенты указдарының һәм йөкләмәләренең үтәлешен контролдә тотоуын дауам итеүе, шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеү менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне.

Мәҫәлән, 2026 йылдың беренсе ярты йыллығында активистар МХО биләмәһенә 68 гуманитар ылау оҙатҡан, 210 тонна йөк алып барып еткергән. 73 подразделениеға ярҙам күрһәтелгән. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә 25 автомобиль, шулай уҡ пилотһыҙ осоусы аппарат, медицина ҡорамалдары, элемтә һәм күҙәтеү саралары, электр генераторҙары, маскировка селтәрҙәре, адреслы ғаризалар буйынса кейем һәм посылкалар тапшырғандар.

Йәмәғәт ойошмаһы партнерҙары иҫәбендә – бөтә республика буйынса 120 ирекмәндәр төркөмө, шулай уҡ төбәк предприятиелары һәм учреждениелары. Улар араһында – «Маскировка селтәрҙәре Ҡалҡан Өфө», «Беҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан», Өфө районы Михайловка ауылының «Маскировка селтәрҙәре Ҡалҡан», Федоровка районының «Һалдаттар өсөн тегәбеҙ», Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы, Башҡортостан республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы коллективтары һәм башҡалар.

Бынан тыш, төбәк башҡарма комитеты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн консультациялар үткәрә. Көн һайын уларға түләүҙәр, документтар, медицина һәм социаль ярҙам, мәғлүмәт эҙләү һәм вәкәләтле органдар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр килә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Халыҡ фронты» эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Бөтә командағыҙға ҙур рәхмәт, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Һеҙҙә эшлекле кешеләр бик күп. Активистар менән осрашыу ойошторорға тәҡдим итәм.
https://www.glavarb.ru/ba/news/event/haly-fronty-aktivistary-2026-yylda-mahsus-hrbi-operaciya-bilmen-bashortostandan-68-gumanitar-ylau-oatan/
Автор:
Читайте нас