

Сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында уҙа.
Был уҡыусылар профилле сменаға һайлап алыу конкурсында еңеү яулағайны. Һайлап алыуҙа Башҡортостандың төрлө муниципалитеттарынан 80-дән ашыу класс ҡатнашты.
Уҡыусылар конкурстың бер нисә этабын үтте: тыуған төйәк тарихы һәм күренекле яҡташтары тураһында ижади проект, Башҡортостан халыҡтары йолалары тураһында тикшеренеү эштәре әҙерләне, үҙ командаһы менән таныштырҙы, шулай уҡ интеллектуаль һәм спорт һынауҙарында, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса заданиеларҙа ҡатнашты.
Берҙәмлек һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе булған еңеүгә һәр уҡыусы үҙ өлөшөн индерә.
Мәктәп уҡыусыларын сәфәргә оҙатырға килгән ата-әсәләр һәм мәктәп уҡытыусылары балаларға яҡшы юл, яңы тәьҫораттар һәм сменала уңышлы ҡатнашыуҙарын теләне.
Профиль сменаһы сиктәрендә балаларҙы бай программа көтә: ветерандар һәм төрлө һөнәр вәкилдәре менән осрашыуҙар, экскурсиялар, квестар, оҫталыҡ дәрестәре һәм спорт саралары.
Балаларға яңы белем, сағыу тәьҫораттар һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙар теләйбеҙ! Был сәфәр уларҙың мәктәп тормошонда тағы ла бер мөһим бит булһын.