

Көн һайын аҙыҡ-түлек магазинына йөрөйбөҙ. Ялтырап торған тышлы, күҙҙе ҡамаштырып үҙенә тартып ятҡан төрлө тәмлекәстәр, башҡа төрлө ашамлыҡтар сумкаға инеп "ятып", өҫтәл түренә ҡунаҡлай. Ләкин уларҙың ҡайһы берәүҙәре һаулыҡ өсөн үтә лә зарарлы булыуы тураһында хәбарҙар түгелбеҙ. Магазин кәштәләрендәге ниндәй аҙыҡ-түлекте урап үтергә кәрәк?
1. Еңелсә тоҙланған ҡыҙыл ыуылдырыҡ (икра). Ыуылдырыҡ - оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ түгел. Тик туңдырылған йәки күп итеп тоҙ ҡушылған саҡта ғына уның ғүмере "оҙая". Шуға күрә, тышында "еңелсә тоҙланған ыуылдырыҡ", тигән яҙыу булһа, уға рак һәм аллергия ауырыуҙарына сәбәпсе булып торорға мөмкин уротропин матдәһе ҡушылған була.
2. Татлы кукуруз һәм кукуруз киҫәксәләре (хлопья). Уларға үт һыуын сығарыу юлдарына зарарлы булған шәкәрҙе алмаштырыусы матдә ҡушып эшләйҙәр.
3. Ароматизаторлы бутҡалар. Бөтә ароматизаторҙар ҙа - хатта тәбиғигә оҡшаштары ла - химик сәнәғәт продукттары. Шуға күрә уларҙы ашамау хәйерле.
4. Төрөлгән кекс һәм рулеттар. Составтарына ҙур күләмдә стабилизатор һәм консерванттар булыу арҡаһында был продукттар оҙаҡ айҙар буйына боҙолмайынса һаҡлана.
5. Арзан сосискалар һәм колбасалар. Улар - соянан эшләнгән аҙыҡтар. Бындай аҙыҡтарҙың 40 проценты сусҡа тиреһенән тора. Шулай уҡ уларға төрлө тәм өҫтәлмәләре аҫтында йәшереп, күп итеп сало, эс майы ҡушалар.
6. Иретелгән (плавленый) эремсек. Составында тәбиғи продукт бик әҙ миҡдарҙа була.
7. Шоколад батондары. Тәмле һәм асығыуҙы баҫыусы шоколад батондары ҙур калорияға эйә булыу менән бер рәттән, төрлө буяуҙар һәм ароматизаторҙарға ла "бай".
https://vk.ru/wall-36948678_14556