Йәнтөйәк
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Августа , 07:05

Көрәшкә ғүмерен бағышлаған остаз

Бөгөн илдә Физкультурниктар көнө билдәләнелә.  Тормошон спорт менән бәйләгән, йәш быуын вәкилдәрен һәм башҡаларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәгән физкультура уҡытыусыларын, тренерҙарҙы, спортсыларҙы һәм башҡаларҙы  Физкультурниктар көнө менән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, яңы еңеүҙәр һәм һәләтле тәрбиәләнеүселәренең күп булыуын теләйбеҙ. Именлектә эшләргә һәм йәшәргә яҙһын! Спорттағы еңеүҙәр осраҡлы ғына килмәй. Ярыш келәмендә еңеүсе пьедесталына күтәрелгән һәр спортсы артында йылдар буйы дауам иткән күнекмәләр, түккән тир, сабырлыҡ һәм, әлбиттә, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән тренер хеҙмәте тора. Балтас районында шундай остаздарҙың береһе — Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең юғары категориялы тренеры Ирек Камалов. Уның тәрбиәләнеүселәре район, республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа даими уңыштарға өлгәшә, ә тренерҙың исеме республиканың көрәш донъяһында яҡшы билдәле.

Көрәшкә ғүмерен бағышлаған остазКөрәшкә ғүмерен бағышлаған остаз
Көрәшкә ғүмерен бағышлаған остаз

Ирек Фәйзрахман улы 1969 йылда Балтас районының Иштирәк ауылында донъяға килгән. Мәктәп йылдарынан уҡ спортҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән егет һигеҙ йыллыҡ белемде тыуған ауылында ала, артабан Яңы Ямурҙа урта мәктәбен тамамлай. Һуңынан Иҫке Балтастағы училищела водитель һөнәрен үҙләштерә.
1987 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Германияла десант-штурм бригадаһында Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй. Армиянан ҡайтып, хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ башлай. Алты йыл Иштирәк мәктәбендә физкультура дәресен алып бара, һуңынан 11 йыл дауамында Иҫке Балтастағы урта һөнәри-техник училищела физик тәрбиә етәксеһе булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта белем алыуын да туҡтатмай: Стәрлетамаҡ физик культура техникумының көрәш бүлегендә ситтән тороп уҡый.
2007 йылда Ирек Камалов Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй башлай. Ошо ваҡыттан алып уның хеҙмәтенең төп маҡсаты — балаларҙы спортҡа йәлеп итеү, уларҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм һәләтле йәш көрәшселәр әҙерләү.
Бөгөн уның етәкселегендә шөғөлләнгән үҫмерҙәр милли көрәш, билбау һәм грек-рим көрәше буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай. Улар араһында республика һәм Бөтә Рәсәй турнирҙары еңеүселәре һәм призерҙары ла бихисап. Был ҡаҙаныштар, иң тәүҙә, тренерҙың ҙур тәжрибәһе, системалы эше һәм һәр тәрбиәләнеүсегә айырым иғтибар бирә белеүе менән аңлатыла.
Ирек Фәйзрахман улы өсөн спорт — ул миҙалдар ғына түгел. Уның фекеренсә, күнекмәләр ваҡытында бала сыҙамлыҡҡа, тәртипкә, үҙ-үҙенә ышанысҡа өйрәнә, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшергә ынтылыш тәрбиәләй. Ошо сифаттар киләсәктә тормошта ла ҙур ярҙамсы була.
— Тренер эше еңел түгел. Һәр баланың үҙ холҡо, үҙ мөмкинлектәре. Уларҙың һәр береһенә юл табырға, ҡыҙыҡһындырырға, дәртләндерергә кәрәк. Үҙең дә даими үҫешергә, яңы алымдар өйрәнергә, спорттағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барырға тейешһең. Тренерҙың төп бурысы — чемпион ғына түгел, ә яҡшы кеше тәрбиәләү, — ти Ирек Камалов.
Тап ошондай ҡараш уның хеҙмәтенең асылын тәшкил итә. Ул төрлө спорт сараларын, ярыштарҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, балаларҙың физик әүҙемлеген арттырыуға ҙур иғтибар бүлә. Күп кенә үҫмерҙәр тап уның ярҙамында спорт менән етди шөғөлләнә башлай, ә ҡайһы берҙәре үҙ яҙмышын спорт менән бәйләй.
Оҙаҡ йылдар дауамындағы намыҫлы хеҙмәте һәм спортты үҫтереүгә индергән тос өлөшө юғары баһаланған. Ирек Фәйзрахман улы Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының, Балтас районы хакимиәтенең күп һанлы Почет грамоталары менән бүләкләнгән. 2013 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исем дә бирелә.
Ирек Камалов кеүек үҙ эшенә тоғро кешеләргә ҡарап, ҙур еңеүҙәрҙең нигеҙе көн һайын башҡарылған тырыш хеҙмәттә икәнен тағы ла нығыраҡ аңлайһың. Тап ошондай остаздар йәш быуында спортҡа һөйөү тәрбиәләй, сәләмәт тормош ҡиммәттәрен нығыта һәм киләсәк чемпиондарға тәүге еңеүҙәргә юл аса.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Көрәшкә ғүмерен бағышлаған остаз
Көрәшкә ғүмерен бағышлаған остаз
Көрәшкә ғүмерен бағышлаған остаз
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас