

Йәмле Һаҡмар буйында республиканың биш йөҙҙән ашыу иң креатив, дәртле һәм талантлы йәштәре йыйыла. Улар ике көн дауамында бер-береһе менән танышып, яҡын дуҫтарға әйләнә, үҙҙәренең проекттарын яҡлай, идеялары менән бүлешә, усаҡ янында бергәләп яратҡан йырҙарын башҡара.
Ватанға тоғролоҡ, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау,эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, дошман ҡотҡоһона бирешмәү, белем алыусы, эшләүсе йәштәр араһында хөрмәт һәм мәҙәнилек хистәрен үҫтереү, -йәштәр фестиваленең төп маҡсатттары. Журналистика, сәйәсәт, мәҙәниәт бегестәре, махсус хәрби операция геройҙарынан тупланған иң көслө спикерҙар, психологтар-бөтәһе лә уҡыусы һәм эшсе йәштәрҙе берләштереү маҡсатында лекциялар, осталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Урал аръяғы агроинженерия колледжының пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү буйынса оҫталыҡ дәресе лә мөһим була: күптәр заманса технологиялар менән ҡыҙыҡһыныуын белдерә.
Фестивалде ябыу тантанаһында Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов тап шундай дәртле, сәмле йәштәр төбәктең төп таянысы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм ҡыҙҙар-егеттәргә сағыу идеяларын ысынбарлыҡҡа әйләндереүҙәрен теләй.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров иң әүҙемдәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы грамотаһы менән бүләкләй. Сара сиктәрендә “Росмолодежь” программаһы гранттары тапшырылыуы – фестивалдең иң көтөп алынған йәнле өлөшө була. Гранттар йәштәргә үҙҙәренең социаль һәм ижади проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Грант алыусылар араһында Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенты Анна Курганованың да булыуы бигерәк тә һөйөнөслө. Уның «Беҙ бергә: инклюзив үҫеш һәм мәҙәни-ара диалог ҡоралы булараҡ кейеҙ баҫыу» Студенттар-ирекмәндәр өсөн оҫтахана» проекты 280 000 һум күләмендә грант ярҙамы алды.
Аннаның проекты студенттарҙы ижад аша ирекмәнлек эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә, инклюзив мөхитте үҫтереүгә һәм традицион кейеҙ баҫыу кәсебе ярҙамында мәҙәни-ара диалогты нығытыуға йүнәлтелгән.
Йәштәр Йылайыр еренән матур тәьҫортаттар, дәрт-дарман алып таралыша. Ә иң мөһиме, фестиваль республика йәштәренең берҙәм булыуын күрһәтә.
Теманы дауам итеп...
Вито Сабиров, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры:
— Башҡортостан йыл һайын еңеүселәр һаны һәм йәлеп ителгән гранттар суммаһы буйынса ил төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбенә инә — был күрһәткестәр буйынса беҙ 5-се урынды биләйбеҙ. Мәҫәлән, 2025 йылда Башҡортостан йәштәренең 119 проекты 85 миллион һум самаһы ярҙам алды. Конкурсҡа сифатлы әҙерләнеү өсөн республиканың һәр йәш кешеһе беҙҙең Йәштәр проект офисына мөрәжәғәт итә һәм заявка биреү буйынса бушлай консультация ала ала.
Әйткәндәй...
Росмолодежь грант конкурсында 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге һәр йәш кеше ҡатнаша ала. Мәҫәлән, 2025 йылда Бөрөнән Михаил Выдрин (21 йәш) экологик акция үткәреү өсөн 270 мең һумдан ашыу отҡан, Өфөнән Ангелина Степанова (33 йәш) балалар өсөн туристик слет үткәреү өсөн 450 мең һумдан ашыу алған, ә Октябрьскийҙан Семен Борденюк (16 йәш) үҫеш үҙенсәлектәре булған кешеләр өсөн һөнәрҙәр мәктәбенә 530 мең һум отҡан.
Наилә Имаева әҙерләне.