Йәнтөйәк
+21 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
6 Августа , 07:20

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Ҡариҙел районынан  Таһир Ғайсиндың  фиҙаҡәрлеге һәм батырлығы юғары кимәлдә билдәләнде.

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Таһир Ғайсин Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы менән «Суворов» миҙалына лайыҡ булды. Таһирҙың ҡаҙаныштары бының менән генә сикләнмәй. РФ оборона министры бойороғо менән ул «Хәрби батырлыҡтары өсөн» миҙалы менән дә бүләкләнде. Был наградалар  уның хәрби шарттарҙа бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге тураһында һөйләй.

“Ҡыйыу ефрейтор Таһир Гайсин  иптәштәре өсөн сағыу өлгө булып тора. Уның Еңеүгә  индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шәхсән хәтеремдә, гуманитар ярҙамды ташыған саҡта ул һәр ваҡыт беҙҙең ярҙамды ҡабул итеп алып,  уны яҡташтарына үҙе ташыны, һәр кемгә иғтибарлы һәм хәстәрлекле булды. Шундай батыр, намыҫлы, ярҙамсыл яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ”, — тип яҙҙы “Бәйләнештә”  социаль селтәрендәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

Сығанаҡ: https://vk.ru/wall519141188_16387

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас