

Ҡайһы бер кешеләр менән аралашыу сағыу ҡояш кеүек йылыта. Уның ихласлығы, әүҙемлеге, дәрт-дарманы, позитив ҡарашы күңелдә тик күркәм тойғолар уята, матур эштәргә дәртләндерә, күңел ҡанаттарын үҫтерә. Ҡариҙел ауылыда сәләмәт тормошто пропагандалап йәшәүсе хеҙмәт ветераны Дамира Иванова нәҡ шундай һоҡланғыс гүзәл заттарҙың береһе.
Дамира Шакир ҡыҙы өсөн быйылғы тыуған көнө икеләтә иҫтәлекле, сөнки уның 75 йәшлек юбилейы үҙе ойошторған «Василиса» ҡатын-ҡыҙҙар һауыҡтырыу клубының 30 йыллығы менән тап килә.
Йәш сағында ул ҡояшлы Үзбәкстанда йәшәй. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Балаларҙы тәрбиәләү, улар менән төрлө саралар үткәреү ҙур сабырлыҡ һәм көс талап итә. Талантлы педагогҡа энергияны тергеҙеүҙә ижад ярҙам итә. Төп эшенән буш ваҡытта Дамира Шакир ҡыҙы ҡулланма сәнғәт, аэробика һәм көнсығыш бейеүҙәре менән шөғөлләнә.
Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе һәм музыкаль хеҙмәткәр булып хеҙмәт юлын дауам итә. Ойоштороу һәләтенә эйә гүзәл зат 1996 йылда төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереп, «Василиса» клубын ойоштора. Улар даими рәүештә сағыу спорт ярыштары үткәрә, район һәм республика сараларында, шул иҫәптән пенсионерҙар спартакиадаһында ҡатнаша.
2024 йылда Дамира Шакир ҡыҙы үҙенең клубы ағзалары менән «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» республика иң яҡшы тәжрибәләр фестивалендә беҙҙең район исеменән лайыҡлы сығыш яһаны.
Талантлы етәксебеҙҙең тағы бер һыҙаты тураһында әйтеп үтергә кәрәк, ул тыуған яҡтың тәбиғәтен шул тиклем ныҡ ярата. Уның менән һәр сәйәхәт тирә-яҡ донъяның серҙәрен асыуға арналып, күңелебеҙҙе байыта, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
Дамира Шакир ҡыҙы сентябрҙән майға тиклем аҙнаһына өс тапҡыр спорт залында аэробика дәрестәре үткәрә. Ҡыш көнө был ғәжәйеп ҡатын-ҡыҙҙы дуҫтары менән йыш ҡына саңғыла осратырға мөмкин, яҙын ул велосипедҡа ултыра, ә йәйен балыҡ тоторға ярата һәм йәмле Ҡариҙел йылғаһы буйлап кәмәләрҙә йөҙөүҙе ойоштора.
Беҙ хөрмәтле етәксебеҙ Дамира Шакир ҡыҙын ихлас күңелдән матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, именлек теләйбеҙ. Барыһын да илһамландырған дәрт-дарманы бер ҡасан да һүрелмәһен.
Алевтина Чанышева, «Василиса» ҡатын-ҡыҙҙар һауыҡтырыу клубы ағзаһы.