Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
6 Августа , 08:05

Әминдә — яңы ҡойо

Әмин ауылында урындағы халыҡ өсөн ышаныслы таҙа һыу сығанағына әйләнгән яңы ҡойо төҙөлдө. Проект ауыл халҡының инициативаһы һәм әүҙем ҡатнашлығы ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Әминдә — яңы ҡойоӘминдә — яңы ҡойо
Әминдә — яңы ҡойо

 

Тәүҙә әминдәр иҫке «Дубр ҡойоһо»н тергеҙергә планлаштыра, әммә техник сәбәптәр арҡаһында, килеп сыҡмай. Халыҡ, йыйылышып һөйләшкәндән һуң, яңы ҡойо төҙөргә ҡарар итә. Был изге эштә бөтә ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша. Берәүҙәр — ҡойо ҡаҙый, икенселәр — бетон ҡулсаларҙы төшөрә, өсөнсөләре тирә-яҡты төҙөкләндереү һәм ҡойоно кәртәләү  менән шөғөлләнә.  Күмәкләп башҡарған эштең һөҙөмтәһе маҡтаулы — хәҙер халыҡтың ышаныслы таҙа һыу сығанағы бар, ә ҡойо тирәһе уңайлы һәм матур.

- Ҡойо халыҡтың яратҡан урынына әйләнде лә инде. Улар бында һыу алырға килә, күршеләр осраша, яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Йәш ғаиләләр барлыҡҡа килһә, килендәр ҙә һыуға килер, — ти ауыл халҡы.

Проектты тормошҡа ашырыуҙа ауыл старостаһы Ғәрәфи Фәтиховтың роле ҙур була. Ул эште башынан алып,  аҙағына ҡәҙәр контролдә тота.

— Ауылыбыҙҙа 31 йортта 70-ләп кеше йәшәй. Шуға ҡарамаҫатан, беҙ төшөнкөлөккә бирелмәйәбеҙ, һәр саҡ килеп тыуған мәсьәләне берҙәм хәл итәбеҙ. Был юлы ла бергәләп ҡойо төҙөп ҡуйҙыҡ, – ти Ғәрәфи Ғимран улы. — Беҙҙең өсөн һыу — тормош сығанағы, шуға ла был мөһим эштән ситтә ҡалмаған ауылдаштарыма ихлас рәхмәтлемен.

 

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районы.

Әминдә — яңы ҡойо
Әминдә — яңы ҡойо
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас