

Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында 1,5 километр оҙонлоҡтағы автомобиль юлы участкаһы яңыртыла. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса алып барыла.
Белгестәр әле юлға асфальт түшәй башлаған. Эштәрҙе ағымдағы йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар.
"Ауыл биләмәләрен үҫтереү беҙҙең төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Бөгөн Иҫке Ҡаҙансыла бер үк ваҡытта ике социаль әһәмиәтле проект — юл һәм һыу үткәргес төҙөү тормошҡа ашырыла. Был объекттар заманса инфраструктура булдыра, кешеләрҙең йәшәүе өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙыра һәм ауылды артабан үҫтереү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр аса”, — тине Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото:Алия Ғилуанова.