

Башҡортостанда ял көндәре эҫе була. Синоптиктар һауа торошона күҙаллауҙары менән уртаҡлашты.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөндән, 6 августан, температураның күтәрелеүе көтөлә. Көндөҙ +24,+29 градус буласаҡ. Артабан температура күтәреләсәк. Йома, 7 августа, көндөҙ һауа температураһы +25,+30 градус тәшкил итәсәк.
Шәмбе, 8 августа, тағы ла йылыта. Төндә +12,+17, көндөҙ +27,+32 градус була. Йәкшәмбе, 9 августа, эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +27,+32 градус тәшкил итәсәк. Яуым-төшөм көтөлмәй. Шуға күрә Башҡортостанда йәшәүселәр ял көндәрендә ысын мәғәнәһендә йәйге йылынан ләззәт ала ала.
Дөйөм алғанда, август айында, Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы +17,2 градус булыуы көтөлә. Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын, норма 45-65 миллиметр тәшкил итә.
Автор:Альфия Мингалиева