Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
5 Августа , 06:30

Тәжрибә уртаҡлаштылар

Борай районының «Колос» хужалығында «Баҫыу көнө-2026» семинар-кәңәшмәһе үтте.

Тәжрибә уртаҡлаштыларТәжрибә уртаҡлаштылар
Тәжрибә уртаҡлаштылар

 

Ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе  менән район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев мөрәжәғәт итте. Хакимиәт башлығы урынбаҫары—ауыл хужалығы идараһы  начальнигы Илвер Нурмөхәмәтов райондың агросәнәғәт комплексы торошо  һәм урып-йыйыу кампанияһына әҙерлектең барышы менән таныштырҙы.

Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов сараны ойоштороуҙы  юғары баһаланы  һәм тармаҡ ҡаҙаныштарын күрһәтеүҙә һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙа «Баҫыу көнө»нөң әһәмиәтен билдәләне.  Ул агрокласс уҡыусыларының ҡатнашыуына айырым иғтибар бирҙе, сөнки киләсәктә нәҡ улар агросәнәғәт  комплексы белгестәре сафын тулыландырасаҡ.

Семинарҙың икенсе өлөшөндә  ҡатнашыусылар бөртөклө  һәм башҡа ауыл хужалығы культураларының селекция участкалары менән  танышты. Белгестәр  үҙҙәренең  эшләнмәләрен күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты  һәм заманса агротехнологияларҙы ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Венера Арысланова.

 Гөлназ Хужина фотолары.

Борай районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас