Йәнтөйәк
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
4 Августа , 07:05

Яугир менән осрашыу

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ  — ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы «Файр» позывнойлы яугир  менән осрашты.

Яугир менән осрашыуЯугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу

Осрашыу барышында махсус хәрби операция үткәреү зонаһындағы хәл, хәрбиҙәрҙең ихтыяждары һәм подразделениеға артабан ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Яугир Асҡын районы халҡына гуманитар ярҙам ебәреп торғандары өсөн ихлас рәхмәтен белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, посылкалар хәрби хеҙмәткәрҙәргә ваҡытында еткерелә, ә яҡташтарҙың иғтибары һәм ярҙамы ҙур әһәмиәткә эйә. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен ул гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм ебәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн райондың мәғариф бүлегенә, мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары коллективтарына йүнәлтте.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү эштең мөһим йүнәлештәренең береһе булып ҡала. Асҡын районында был эш даими дауам итә.

Динис Йосопов яҡташыбыҙға  батырлығы, сыҙамлығы һәм хәрби бурысына тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе, уға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм Еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуын теләне.

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас