

Башҡорт солоҡсолоғо тарихы мең йылдан ашыу иҫәпләнә. Был боронғо кәсепте районыбыҙҙың Йүрүҙән йылғаһы буйында йәшәүсе унлар башҡорттары ла бөгөнгәсә һаҡлап, уны үҫтерә. 12 йорттан ғына торған Киҙәсе ауылында ғүмер иткән Камалиевтарҙың ейәнсәре Айрат атай-олатайҙарынан ҡалған был шөғөлдө дауам итә.
- Мин бала саҡтан олатайымдың солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәнен күреп, быуындан-быуынға күсә килгән был кәсеп нескәлектәрен өйрәнеп үҫтем. Олатайымдың юлын дауам итә алыуыма һөйөнәм. Борондан килгән шөғөлөбөҙҙө һаҡлау – ауылдың киләсәген хәстәрләү ҙә бит. Әлбиттә, элек өйрәнгәндәремә генә таянмайынса, заманса алымдарҙы ла өйрәнергә тырышам. Белеүегеҙсә, хәҙер был тармаҡҡа, умартасылыҡты, солоҡсолоҡто үҫтереүгә республикабыҙҙа ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, сит яҡтарҙан бал ҡорттарын контролһеҙ индереү сәбәпле тыуған проблемаларҙан һаҡланыу өсөн, үҙебеҙҙең пакеттарҙы етештереүҙең мөһимлеген билдәләне. Улар йылына 30-35 меңдән кәм булмаҫҡа тейеш. Агрокластарҙа умартасылыҡҡа уҡытыуҙары ла һәйбәт, — ти умартасы Айрат Камалиев.
Урманда Камалиевтарҙың 10-ға яҡын солоғо бар. Бал ҡорттарының өйҙәрен ул үҙе юнып, боронғо техналогиялар буйынса соҡоп эшләп, ҡорттарға умарта әҙерләй. Ошо нәҫелгә генә ҡағылған ырыу тамғаларын да умарталарҙа, урманда үҫеп ултырған ағастарҙа осратырға була.
- Был тамғалар минең олатайымдан тороп ҡалған. – ти Айрат. – Үҙем билдәләп ҡуйған ағастар һәм умарталар ҙа бар. Боронғо йолаларҙың береһе булғанға күрәлер, тамға ҡуйыу әле лә беҙҙең затта онотлмаған.
Ең һыҙғанып, дәртләнеп боронғо кәсепте тергеҙеүсе Камалиевтар үҙенең затына, еренә, теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалып, был эште киләсәк быуынға ла тапшырыр.
Марат Бүләков.