

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә көн һайын уҙғарылған брифингта Башҡортостанда яғыулыҡ торошона ҡағылышлы мәсьәләләр ҡарала.
Бөгөн тура эфирҙа һорауҙарға Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко һәм Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Әхмәтов яуап бирҙе. Олег Тыщенко иң элек һуңғы тәүлектәге хәлгә байҡау яһаны.
–Хәл ҡатмарлы ҡала, ләкин аҙ-аҙлап яҡшырыу яғына ыңғайланы. Өфөлә кисә беҙ күҙәткән заправкаларҙа сиратта 350-380 автомобиль булһа, бөгөн был һан 230-ға төштө. Ҡатмарлыҡтар килеп тыуғанға тиклем осорҙағы күренешкә яйлап ҡайтабыҙ. Ҙур ҡалаларҙан Стәрлетамаҡта ла хәл киҫкен түгел. Көйөргәҙе, Күгәрсен райондары буйынса һорауҙар бар ине, уларға ла яғыулыҡ килде. Әлшәй районы Шафран ауылында бензин булмауға зарланғайнылар, бөгөн унда ла яғыулыҡтың барлыҡ төрө бар. Бензин менән яғыулыҡ баҙары тулыланған һайын яйлап хәл дә тотороҡлана, - тине ул.
Ауыл хужалығында әле ҡыҙыу осор булыуын күҙ уңында тотоп, тура эфирға Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Әхмәтов саҡырылды. Яғыулыҡ йәһәтенән аграрийҙар ҡыйынлыҡ тоймаймы? Ул ошо һорауға асыҡлыҡ индерҙе.
Әлеге көндә мал аҙығы кампанияһы дауам итеүен, шул уҡ ваҡытта ужым культуралары уңышын йыйыу барышы тураһында әйтте ул. Яҡынса 57 процент майҙанда уңыш йыйып алынған. 15 авгусҡа яҙғы культураларҙы урып-йыйыу эштәренә төшәсәктәр. Бензин йәһәтенән проблемалар юҡ. Дизель яғыулығы буйынса июль айында ҡатмарлыҡтар булып алған, бөгөн ул хәл ителгән. Июлдең тәүге яртыһында поставкалаусыларҙан көн һайын 170-200 тонна яғыулыҡ килһә, әле был һан 420 тоннаға еткән.
Бөгөнгө брифингта Стәрлетамаҡ районындағы хәлдәр менән танышыу мөмкинлеге булды. Был турала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Аҙнаев бәйән итте.
- Беҙҙең район биләмәһендә ете заправкалау станцияһы эшләй, уларҙың өсәүһе “Башнефть”теке, берәүһе “Лукойл”дыҡы, берәүһе “Газпром”дыҡы һәм ике шәхси заправка. Икенсе көн тотороҡло динамика күҙәтәбеҙ. Мин әле баҫып торған “Башнефть” заправкаһында бөтә төр яғыулыҡ бар, сират юҡ. “Лукойл”да дизель яғыулығы ғына бар, “Газпром”дыҡы әлегә эшләмәй. Ауыл хужалығы предприятиелары яғыулыҡ йәһәтенән ауырлыҡ тоймай. 1100 тонна дизель яғыулығы һәм 900 тонна бензин запаста бар. Хужалыҡтар яғыулыҡ менән тәьмин ителгән. Ураҡ эштәре тулы көскә бара. Әле 65 процент майҙанда ужым культуралары йыйылған. Ҡайһы бер хужалыҡтар яҙғы культураларҙы урып-йыйыуға төштө, - тине ул.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәгенән.