+17 °С
Облачно


«Фобос» үҙәге синоптиктары хәбәр итеүенсә, дүшәмбелә, 3 августан, башлап, һауа температураһы күтәреләсәк һәм шәмбегә, 8 авгусҡа ҡарата, +31 градусҡа етәсәк. Яуым-төшөм көтөлмәй, көн ҡояшлы буласаҡ. Һауа температураһы +27, +28 градусҡа тиклем булған эҫе 18 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.
19 августан яңынан ямғырҙар башланасаҡ, улар ай аҙағына тиклем яуасаҡ, тип күҙаллана. Был осорҙа көндөҙ һауа температураһы +20, +24 градус сиктәрендә торасаҡ.