Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Августа , 11:10

Республикала бензин бар!

БПЛА һөжүмдәре булыуға ҡарамаҫтан яғыулыҡ етештереү кәмемәйәсәк. 

Республикала бензин бар!Республикала бензин бар!
Республикала бензин бар!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, уҙған аҙнала Өфө ике тапҡыр БПЛА һөжүменә дусар булды. 2 августа иң көсөргәнешлеһе күҙәтелде. Шуға ҡарамаҫтан, һөжүмде кире ҡағыу көстәре уңышлы эш итә, улар 25 ВСУ дронын бәреп төшөрә.

– Актив һәм пассив системалар эшләй. Пилотһыҙ аппараттарҙың береһе объекттан 100-150 метр алыҫлыҡта ҡолай, әммә уның зарарлаусы элементтары эстакадаға эләгә. Бер аҙ төтөн сыҡты, янғын һүндерелде. Предприятие тулы режимда эшләй. Оборона министрлығына, предприятие һағына һәм беҙҙең “БАРС”ҡа рәхмәт. Улар ошо яуызлыҡ менән көрәшергә өйрәнде, – тине Радий Хәбиров Хөкүмәттең кәңәшмәһендә.

Һөжүмдәр булып тороуға ҡарамаҫтан, республикала бензин етештереү кәмемәйәсәк, тине ул.

– Беҙ уны күпме етештергәнбеҙ, шул уҡ кимәлдә дауам итәсәкбеҙ. Ул ғына ла түгел, һөжүмдәр әүҙемләшкән осорҙа беҙ хатта етештереүҙе арттырҙыҡ. Яғыулыҡ бар. Быны аңлауығыҙҙы һорайым, – тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров Сәнәғәт министрлығына һәм оператив штабҡа логистиканы дөрөҫ алып барырға ҡушты. Властар халыҡтың яғыулыҡ менән бәйле хәлгә ялыуҙарына ҡарата “башын ҡомға йәшермәйәсәк” тип белдерҙе.

Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙна эсендә яғыулыҡ тураһында 350-гә яҡын ялыу килгән – был алдағыһына ҡарағанда алтауға күберәк. Мөрәжәғәттәрҙең иң юғары нөктәһе йомаға тура килә, ул саҡта ял көндәре алдынан яғыулыҡҡа ихтыяж арта.

– Иң мөһиме – логистиканы юлға һалырға һәм шәхси заправкалар менән мәсьәләне хәл итергә.

Сөнки яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙең ҙур өлөшө бойондороҡһоҙ АЗС-тарға тура килгән район-ҡалаларҙа даими проблемалар тыуып тора. "Башнефть" уларға ярҙам итергә, продукция оҙатырға әҙер, – тине Башҡортостан Башлығы.

 

 

Автор:
Читайте нас