

Миҙалды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Ул Рәсәй Оборона министрлығының 27-се мотоуҡсылар дивизияһы 506-сы полкы батальоны командиры Тельман Уралбаевтың Ватан алдындағы хеҙмәтен юғары баһаланы.
Тельман Уралбаев белдереүенсә, уның батальонында хеҙмәт иткән яугирҙарҙың күпселеге – Башҡортостан егеттәре. Улар бергәләп Красноармейск ҡалаһын азат итеү операцияһында ҡатнашып, ҡуйылған хәрби бурысты уңышлы үтәгән.
– Башҡортостан яугирҙары – батыр, ҡыйыу һәм ныҡлы рухлы егеттәр. Уларҙың Ватанға тоғролоғо һоҡландыра. Радий Фәрит улы, һеҙгә ошо егеттәрҙе тәрбиәләгәнегеҙ һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам күрһәтеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Рәсәй Геройы.
Башҡортостан Башлығы ла яугирға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Һеҙҙең кеүек Ватан һаҡсылары менән ғорурланабыҙ. Егеттәребеҙгә беҙҙең сәләмде һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе юғары баһалайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.