Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Августа , 09:05

Ике фәндән 100 балл йыйыусылар һаны ике тапҡырға артҡан!

Республикабыҙҙа БДИ-ны  юғары һөҙөмтәгә тапшырыусылар йылдан-йыл күбәйә. Быйыл республикабыҙҙа 17 160 уҡыусы БДИ тапшырған. Шуларҙың 11-е ике фәндән дә 100 балл йыйып, мультибалльник исеменә лайыҡ булған.

Ике фәндән 100 балл йыйыусылар һаны ике тапҡырға артҡан!Ике фәндән 100 балл йыйыусылар һаны ике тапҡырға артҡан!
Ике фәндән 100 балл йыйыусылар һаны ике тапҡырға артҡан!

Был күрһәткес үткән йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан (2025 йылда ундайҙар 5 кенә булған).

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, 2026 йылда 210 йөҙ баллыҡ һөҙөмтә теркәлгән. Был үткән йылдағы 159 һөҙөмтәнән күпкә юғары.

 Иң ҙур үҫеш түбәндәге фәндәр буйынса күҙәтелә:

 Физика — 69 (2025 йылда — 36);

 Профилле математика — 21 (10);

 Биология — 12 (3);

Әҙәбиәт — 7 (1);

 Йәмғиәтте өйрәнеү — 3 (1);

Инглиз теле — 1 (0);

 Рус теле — 24 (13).

Шулай уҡ 81 һәм унан юғары балл йыйған уҡыусылар ҙа артҡан. Айырыуса физика, профилле математика, биология, информатика, әҙәбиәт һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса юғары балл алыусылар һаны күбәйгән. Һигеҙ уҡыу предметы буйынса 60-тан юғары балл йыйғандар ҙа артҡан, был уларға илебеҙҙә талап ителгән һөнәрҙәр буйынса юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеге бирә.

Федераль тест үткәреү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан профилле математика һәм тәбиғи-фәнни предметтарҙы (химия, физика, информатика, биология) һайлаған сығарылыш уҡыусылары өлөшө буйынса Рәсәйҙә лидер. Быйыл был фәндәрҙе сығарылыш уҡыусыларының 41,8 проценты һайлаған (2025 йылда — 39,72 процент).

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙың уңыштарына һоҡланыуын белдерҙе һәм юғары һөҙөмтәләрҙең республикала белем биреү инфраструктураһын үҫтереүгә һалынған инвестицияларҙың емеше булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:
Читайте нас