Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Августа , 11:45

Бензинға сират кәмей

Өфөлә генә түгел, райондарҙа ла ыңғай үҙгәреш бар.      

Бензинға сират кәмейБензинға сират кәмей
Бензинға сират кәмей

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә  үткән брифингта бөгөн дә Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы   яңылыҡтар тураһында һүҙ барҙы.  Бөгөн тура эфирҙа Башҡортостандың   сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар буйынса  министры урынбаҫары Олег Тыщенко булды. Ул яғыулыҡ буйынса республикалағы хәлгә баһа бирҙе.

- Хәл ҡатмарлы булып ҡалһа ла, яҡшырыуға табан бара. Өфө ҡалаһына күҙ һалғанда, шәмбе-йәкшәмбе сират булманы тиерлек. Йәкшәмбе кисен бәләкәй сират булып алды, ләкин ул бик тиҙ алға барҙы.

Бөгөн сәғәт 9-ға беҙ күҙәткән заправкаларҙа 353 автомобиль бар ине. Ике аҙна элек 2 мең машинаның сиратта тороуын хәтергә төшөрһәк, ыңғай динамиканы күрәбеҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла яғыулыҡ буйынса хәл яҡшырҙы.

Республикабыҙҙың йыраҡтағы райондарында хәл ҡатмарлы ҡалһа ла, “ҡыҙыл зона”ла булған райондар һаны кәмеүгә бара. Элек улар 14 ине, хәҙер 9-ға төштө, - тине министр урынбаҫары.

Төбәктәрҙәге  хәл-торошто асыҡлау маҡсатында көн һайын бер райондан тура бәйләнешкә сығыу ойошторолған. Был юлы һүҙ Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимовҡа бирелде.

- Өсөнсө аҙна инде беҙҙә бензин буйынса хәл тотороҡлана. Элекке һымаҡ заправкаларҙа көсөргәнеш юҡ. Бөгөн “Башнефть” заправкаһында 92-се, 95-се төр бензин һәм дизель яғыулығы бар. Сират барлыҡҡа килһә, ул 15-20 машинанан артмай, яғыулыҡты килтергәндә 2-3 сәғәткә тотҡарлыҡ булған осраҡта водителдәр аңлап ҡабул итә, - тине ул.

Шулай уҡ  урып-йыйыу, мал аҙығы әҙерләү эштәре осоронда  аграрийҙарҙың был йәһәттән ауырлыҡ тоймауы, яғыулыҡ запасы булыуы тураһында белдерҙе.

Фото:  Республикаға идара итеү үҙәгенән.

 

 

Автор:
Читайте нас