Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Августа , 08:15

Ҙур спартакиада старт алды!

Өфөлә бөгөн Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы башланды.

Ҙур спартакиада старт алды!Ҙур спартакиада старт алды!
Ҙур спартакиада старт алды!

Ил кимәлендәге сараның төп этаптарының береһе беҙҙә үтеүе республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та. Быға спорт үҫеше йәһәтенән заманса инфраструктура булдырылыуы ла булышлыҡ итә. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә фехтование үҙәге, Ишеү слаломы өсөн комплекс, Көрәш үҙәге төҙөлөүе ошо хаҡта һөйләй.
Спартакиада барышында Башҡортостанда алты спорты төрө буйынса ярыштар үтәсәк. Башҡортостан данын 100-ҙән ашыу спортсы яҡлаясаҡ.
Өфө ҡалаһындағы "Йылы" күле буйы иртәнге сәғәттәрҙә үк спортсылар, көйәрмәндәр менән тулы ине. Спортсылар еңеүгә сәмләнде, көйәрмәндәр ҙә улар өсөн янып-көйҙө.Ярышты асыу тантанаһында барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Артем Новиков тәбрикләне.
- Күҙҙәрегеҙҙә еңеүгә ынтылыш күрәм. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһында сираттағы еңеүгә өлгәшергә булһын.Бындай ярыштарҙа беҙ ысын спортсыларҙың үҫеүен күрәбеҙ. Уларға үҙҙәренең төбәген генә түгел, илебеҙҙе халыҡ-ара сара кимәлдә яҡларға булһын, - тине ул.
Спартакиада триатлон буйынса ярыштарҙан башланды. Йөҙөүҙе, йүгереүҙе, велосипедта уҙышыуҙы берләштергән был спорт төрөн бик көслөләр үҙ итә. Сараны ҡатын-ҡыҙҙар араһында йөҙөү буйынса ярыштар асты. Старт һыҙығына 22 ҡатнашыусы баҫты. Билдәләнгән араны иң беренсе булып Мәскәүҙән спорт мастеры Диана Исакова үтте. Әйткәндәй, ул өс этапта ла алдынғылыҡты бирмәне.
Ярыштарҙың баш судьяһы, Бөтә Рәсәй кимәлендәге Станислав Каплунский ярышҡа бик көслө спортсылар йыйылыуын билдәләне.
- Иң көслөләрҙең спартакиадаһы бара. Рәсәйҙең иң шәп спортсылары йыйылған. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 22, ир-егеттәр араһында 28 спортсы көс һынаша. Тәүге этапта йөҙөүҙә 1,5 километрға, велосипедта 40 километрға, йүгереүҙә 10 километрға уҙышыу ҡаралған. Был ярыштарзы, һынауҙарҙы улар бер- бер артлы үтә, туҡталып тормайҙар.
Башҡортостан бик йылы ҡабул итте. Бында мин беренсе тапҡыр түгел. Башҡа спорт ярыштарында булырға тура килде. Бик оҡшай. Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған. Барлыҡ хеҙмәттәр йәлеп ителгән. Һауа торошо ла бик матур. Халыҡ та ярышты күрергә халыҡ та күпләп килгән, - тине баш судья.
Тиҙҙән ир-егеттәр араһында триатлон ярыштары башлана.

 

Р. Шәңгәрәева.
Автор фотоһы.

 

#СпартакиадаНародовРоссии

Ҙур спартакиада старт алды!
Ҙур спартакиада старт алды!
Ҙур спартакиада старт алды!
Ҙур спартакиада старт алды!
Автор:
Читайте нас