Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Августа , 16:40

Спартакиаданың тәүге көнө уңышлы үтте

Бөгөн Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы башланып китте. Был - илебеҙҙең төп спорт сараларының береһе. Яңы олимпия циклына милли йыйылма команданы формалаштырыуҙа ул мөһим этап булып тора. Тап бында Рәсәйҙең иң көслө спортсылары Спартакиада миҙалын яулауға ярышып ҡына ҡалмай, ә 2028 йылда Лос-Анджелеста үтәсәк Олимпия уйындарына әҙерлек өсөн илебеҙҙең йыйылма командаһы составына инеүгә мөмкинлек өсөн дә көстәрен һынай.

Спартакиаданың тәүге көнө уңышлы үттеСпартакиаданың тәүге көнө уңышлы үтте
Спартакиаданың тәүге көнө уңышлы үтте


Башҡортостан алты спорт төрө буйынса ярыштарҙы ҡабул итә. Иң беренсе ярыш майҙанына триатлонсылар сыҡты. Иртәнсәк көн болотло ғына булып торһа ла, һауа торошо боҙолманы. Тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар был сарала үҙҙәрен һынаны. Йөҙөүҙә лә, велосипедта уҙышыуҙа ла, йүгереүҙә лә алдынғылыҡты яулаусы Мәскәүҙән Диана Исакова алтын миҙал яуланы.
-Өфөлә беренсе тапҡырмын. Сараны ойоштороу кимәле бик оҡшаны, хатта һауа торошоноң да уңайлы булыуы һөйөндөрҙө. Мин бала саҡтан спорт менән шөғөлләнәм. Ата-әсәйем дә спортсылар. Триатлонда 2019 йылдан, - тине ул беҙҙең менән әңгәмәлә.
Триатлон ярыштарында ҡатнашыусы ир-егеттәр һаны 28 ине. Мәскәү, Санкт–Петербург, Краснодар крайы, Свердловск, Һарытау, Пенза һәм башҡа өлкәләрҙән килгән көслө спортсылар ярышҡа сыҡты. Уларҙың береһе - Волгоградтан килгән 25 йәшлек Денис Колобродов менән ярыш алдынан әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Әйткәндәй, ул көмөш миҙалға лайыҡ булды.
-Спортҡа ҡыҙыҡһыныуым йөҙөүҙән башланды. Ете йәшлек сағымда ата-әсәйем ошо спорт төрөнә биргәйне. Хәҙер 13 йыл триатлондамын. Өфөгә тәүге тапҡыр килдем. Ярыштың юғары кимәлдә ойошторолоуы тойола, - тине ул.
Ир-егеттәр ҡуйылған һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Алтын миҙалға Михаил Бастраков эйә булды. Көмөш призер – Денис Колобродов, бронза награда Павел Сорокинға тапшырылды.
Бөгөн шулай уҡ велосипед спорты (шоссе) буйынса ярыштар ҙа бик йәнле барҙы. Спортсылар айырым старт менән шәхси уҙышта еңеү өсөн алышты. Бында тиҙлек тә, түҙемлелек тә, дистанцияла көстө дөрөҫ итеп бүлеү ҙә мөһим ине. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүҙе Санкт Петербургтан Анастасия Семенова яуланы, көмөш миҙалға Мәскәүҙән Тамара Дронова эйә булды, бронза миҙал Һамар өлкәһенән Даръя Фоминаға тапшырылды.
Ир-егеттәр араһында еңеүгә Мәскәүҙән Савва Новиков өлгәште, 2-се урында Һамар өлкәһенән Кирилл Миллер, 3-сө урында Санкт Петербургтан Виктор Бугаенко.
Анастасия Семенова еңеүгә үҙеңде дөрөҫ итеп көйләү һәм трассаның үҙенсәлектәре йоғонто яһауын белдерҙе.
- Еңеүем өсөн бик шатмын, был минең өсөн һәр ваҡыт көтөлмәгән була. Трасса таулы, ҡыҙыҡлы, – тине ул.
Ярыштарҙың тәүге көнө Башҡортостанда Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ойоштороуҙың юғары кимәлдә булыуын, көйәрмәндәрҙең дә күп булыуын дәлилләне. Алда ҡатнашыусыларҙы фехтование, асыҡ һыуҙа йөҙөү, спорт көрәше, ишеү слаломы буйынса ярыштар көтә. Улар Башҡортостандың спорт объекттарында уҙғарыласаҡ.

 

Р. Шәңгәрәева. Автор фотолары.
#СпартакиадаНародовРоссии

https://vk.ru/wall-104965500_379270

Спартакиаданың тәүге көнө уңышлы үтте
Спартакиаданың тәүге көнө уңышлы үтте
Спартакиаданың тәүге көнө уңышлы үтте
Спартакиаданың тәүге көнө уңышлы үтте
Автор:
Читайте нас