

Тиҙҙән илдең иң көслө спортсылары юғары оҫталыҡ кимәлен, холоҡ көсөн һәм еңеүгә ынтылышты күрһәтеү өсөн стартҡа сыға. Беренсе ярыштар 1 августа үткәрелә, улар велосипед спортында һәм триатлонда көслөләрҙе асыҡлай.
– Бындай кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итеү – беҙҙең өсөн ҙур абруй. Беҙ ҡатнашыусылар үҙҙәренең иң яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтә алһын, ә тамашасылар сағыу һәм компромиссһыҙ көрәш шаһиты булһын өсөн бөтә кәрәкле шарттарҙы булдырырға тырыштыҡ. Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын ҙур спорт байрамының бер өлөшө булырға саҡырам, – тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов.
Велосипед спорты (шоссе) буйынса ярыштар Шишмә районы трассаһында үтә. Старт Келәш ауылына ингән ерҙә башлана. Шәхси уҙышта спортсыларға 25 саҡырым араны үтергә тура килә. Ярыштар иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Шул уҡ көндө, 1 августа, Өфөләге Йылы күлдә триатлон буйынса ярыштар үтә. Мультиспорт ярышы өс этаптан тора: йөҙөү, велоуҙыш һәм йүгереү. Ул 20 йылдан ашыу йәйге Олимпия уйындары программаһына ингән классик дистанция буйынса уҙғарыла. Бында 1,5 километрға йөҙөү, 40 километрға велосипедта ярышыу һәм 10 километрға йүгереү инә.
Ярышты асыу тантанаһы иртәнге 8.40 сәғәткә планлаштырылған, ә беренсе старт – сәғәт 9-ҙа.
Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news/29299/